Ейәнсура районының "Аҡ елкән" лагерында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса "Йәйләү" профилле лагеры (билдәле яҙыусы һәм педагог Мәрйәм Бураҡаева нигеҙ һалған) эш башланы. "Аҡ елкән" лагерының директоры Байрас Ҡансуриндың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙ һәм малайҙарҙың йәйге ялын күңелле лә, файҙалы ла ойоштороу – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе. Тимәк, уларҙың һәр береһе киләһе уҡыу йылына көс туплай аласаҡ.
– Лагерь – Сөләймән ауылында урынлашҡан, халыҡ телендә - Алабайтал ул, – тип Һөйләй Байрас Фәтих улы. – Ауыл шуның менән дан тота – бынад Советтар Союзы геройы Ҡотләхмәт Хәйбуллин тыуып үҫкән. Бынан тыш был урын күренекле шағир Сергей Чекмарев менән дә бәйле. Өҫтәүенә, эргәнән генә Оло Һүрәи йылғаһы аға. Ҡыҫҡаһы, балаларға билдәле шәхестәр менән танышыу, хозур тәбиғәт ҡосағында йөрөү, һәр йәһәттән дә үҫеү өсөн шарттар еретлек.
Вожатыйҙар конкурс нигеҙендә һайлап алынды, улар малай һәм ҡыҙҙар менән төрлө саралар ойоштора.
Фото: Илдар Аҡъюлов.