Бөгөн "Башҡортостан" республика гәзитенең Стәрлетамаҡ зонаһы буйынса үҙхәбәрсеһе Рәмил Мансуров тыуған көнөн билдәләй! Рәмил Ғәбдрәшит улы йәмле Ишембай районының Иҫке Әрмет ауылында тыуып үҫкән.
Рәмил Мансуров Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты) журналистика факультетын тамамлаған һәм шул көндән алып әлегәсә "Башҡортостан" республика гәзитендә эшләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғүмере буйы матбуғат тармағында тир түгә. Гәзиттә үткер мәҡәләләре менән йыш сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта баҫманың тиражын арттырыуға ла тос өлөш индерә. Ысынлап та, "Башҡортостан"да уҡымлы мәҡәләләр баҫтырыу булһынмы, гәзиттең сайтына көн ҡаҙағына һуҡҡан мәғлүмәттәр биреү тиһеңме, ошо эштәрҙең барыһы ла бик яуаплы ҡарай ул. Улай ғына ла түгел, Украиналағы махсус хәрби операция биләмәһенә барып, ҡыҙыу нөктәнән тәүлегенә бер нисә тапҡыр репортаждар ебәреп ятты.
Рәмил Ғәбдрәшит улын күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.
Фото: Рәмил Мансуров.