Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
13 Сентябрь , 14:15

“Был мираҫты һаҡларға кәрәк”

 Сыуаш ҡатын-ҡыҙының баш кейеменә күҙ һалып, уның кейәүҙәме, юҡмы икәнлеген белгәндәр...

“Был мираҫты һаҡларға кәрәк”
“Был мираҫты һаҡларға кәрәк”

Бөгөн – Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө. Шул уңайҙан Федоровка районыныңт”Канаш” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Анна Ремпель был үҙенсәлекле байрам тураһында  түбәндегеләрҙе белдерҙе:”Милли кейем –  халыҡ мәҙәниәтен, уның тарихын сағылдырған ғәжәп күренеш. Ул урындағы халыҡтарҙың менталитетын аңларға ярҙам итә. Милли кейемдәрҙә ижади оҫталыҡ, камиллеккә ынтылыш ярылып ярылып ята.

Милли кейем -  һәр халыҡтың ғорурлығы. Уға ҡарап, кешенең шәхси һыҙаттары, холҡо, эстетик зауығы тураһында фекер йөрөтә алабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеменә күҙ һалып, уның кейәүҙәме, юҡмы икәнлеген белгәндәр. Туй тантанаһында кәләштәргә 20 килограмға яҡын ауырлыҡтағы биҙәүестәр менән биҙәлгән кейемде кейергә тура килгән.

 Хатта кейемгә ҡарап, кешенең нисә йәштә булыуын, социаль хәлен асыҡлап та булған. Мәҫәлән, беҙҙең районда  кейемдәрендә бик сағыу, ҡыҙыл-аҡ төҫ өҫтөнлөк иткән  сыуаштар йәшәй. Ә Веселовка ауылында йәшәгән Марина Данилованың боронғо үҙенсәлекле милли кейеме бар, уға 100 йыл! Был боронғо мираҫты һаҡларға, киләһе быуынға тапшырырға кәрәк”, – ти Анна Васильевна.

Фото: https://ashzori.ru/articles/meropriyatiya/2024-09-13/natsionalnyy-kostyum-dostoyanie-i-gordost-naroda-3927773?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=78389774

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: