Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
22 Сентябрь , 13:30

Помидорҙар ҡарая, ни эшләргә?

Үҫтергән йәшелсә әрәм булмаһын тип, йәһәт кенә ошо ысул менән эш иттем. Тиҙ ҙә, тәмле лә. Бөтәһенә лә, хатта һайлансыҡ балаларға ла оҡшай, ти Өфө ҡалаһында йәшәүсе уңған хужабикә, тәжрибәле баҡсасы Зөлфирә Заһитова. Бәлки, кемгәлер ябай ғына был ысул оҡшар.

Помидорҙар ҡарая, ни эшләргә?
Помидорҙар ҡарая, ни эшләргә?

Помидорҙар ятҡан көйө ҡарая, шуға тиҙ генә ошо ысул менән эш иттем. Тиҙ ҙә, тәмле лә. Бөтәһенә лә, хатта һайлансыҡ балаларға ла оҡшай, ти Өфө ҡалаһында йәшәүсе уңған хужабикә, тәжрибәле баҡсасы Зөлфирә Заһитова. Бәлки, кемгәлер ябай ғына был ысул оҡшар.

Яҡынса 4 килограмм помидорға ике ҡалаҡ тоҙ, 200 грамм шәкәр, 7 ҡалаҡ 9 процентлы уксус, 150 мл үҫемлек майы, бер-ике лавр япрағы, 5-6 хуш еҫле борос, 3 кг татлы борос алына.

Помидорҙы ит үткәргестән сығарып 30 минут тирәһе бешергәндән һуң, бөтә ингредиенттарҙы ҡушып тағы 10 минут ҡайнатабыҙ. Һалам рәүешендә туралған (ит үткәргестән сығарып алырға ла ярай) татлы боросто ҡушып, тағы 20 минут самаһы бешерәбеҙ.

Эҫе көйө стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастары менән нығытып ябабыҙ. Һыуынғансы банкаларҙы баштүбән тоторға. Эшләү ваҡыты – бер сәғәт.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: