Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
27 Сентябрь , 20:00

Телде йоторлоҡ борщ

Запас туплап бөттөгөҙмө әле? Бына тағы бер ысулды ҡулланығыҙ.

Телде йоторлоҡ борщ
Телде йоторлоҡ борщ

Телде йоторлоҡ борщ

2 кг ҡыҙыл сөгөлдөр, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1-2 баш һарымһаҡ, 1-2 кг помидор, бер ҡалаҡ тоҙ, ярты ҡалаҡ шәкәр, 9-10 бөтөн ҡара борос, ярты стакан үҫемлек майы, 1-2 лавр япрағы, ярты стакан самаһы алма һеркәһе кәрәк.

Әҙерләү: помидорҙы кәстрүлдә бешереп алабыҙ ҙа блендерҙа иҙәбеҙ. Уға ҡырылған сөгөлдөр, кишер, һуғанды һалабыҙ – помидор һуты ҡапларлыҡ булһын. Сөгөлдөр ҡыҙыл ғына булһын өсөн әҙерәк уксус, тоҙ, шәкәрҙе лә өҫтәп, бер сәғәттәй талғын ғына ҡайнатабыҙ. Ҡалған тәмләткестәрҙе ҡушып, тағы 10 минуттай бешерәбеҙ ҙә ҡалған уксусты һалып, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ. Һыуынғансы баштүбән тотабыҙ.

Бик тәмле була. Шул көйө лә ашарға мөмкин.

Әминә Ишморатова фотоһы.

Телде йоторлоҡ борщ
Телде йоторлоҡ борщ
Телде йоторлоҡ борщ
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: