Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
28 Сентябрь , 19:00

Телевидение йондоҙо сәксәкте нисек бешерә?

Уның кәңәштәре тик файҙаға булыр.

Телевидение йондоҙо сәксәкте нисек бешерә?
Телевидение йондоҙо сәксәкте нисек бешерә?

БЮТ телеканалында "Бәхетнамә” тапшырыуын алып барыусы Миңзиә Каспранованы барығыҙ ҙа беләлер. Ул мөләйем алып барыусы ғына түгел, аш-һыуға оҫта хужабикә лә. Был юлы ул “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына үҙенең сәксәк бешереү тәжрибәһе, кәңәштәре менән уртаҡлашты.

-Сәксәкһеҙ беҙҙә бер ғаилә байрамы ла үтмәй, йыш бешерәм. Минең рецебым артыҡ ҡатмарлы түгел. Ғөмүмән, сәксәк, бер уйлап ҡараһаң, бешереүгә бик еңел һымаҡ. Әммә ҡайһы берҙә килеп сыҡмауы ла ихтимал. Йә ярылып бешә, йә ашағанда балы тешкә йәбешә. Ни өсөн шулай - хәҙер аңлатам. Ярылып бешһә, сәксәкте артыҡ эҫе майға төшөргәнһегеҙ, ә балы тешкә йәбешә икән, сиропты утта оҙағыраҡ тотҡанһығыҙ.

Бейей-бейей оҫтара тигән һымаҡ, бешерә-бешерә бындай хаталар юҡҡа сыға ул. Ҡамыр өсөн 5 йомортҡа (йылы булырға тейеш), 450-500 грамм он, ярты балғалаҡтан әҙерәк тоҙ, бер семтем сода йә ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) кәрәк. Сироп өсөн - 250 грамм шәкәр, 130 грамм бал, 50 мл hыу.

Ҡамырҙы әҙерләү ысулы: йомортҡаларҙы һәйбәтләп туҡыйбыҙ, тоҙ, сода, ҡушабыҙ, hуңыраҡ иләнгән ондо әҙләп кенә ҡуша барып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Билмән ҡамырынан йомшағыраҡ килеп сығырға тейеш. Ҡамырҙы дымлы таҫтамал менән кәмендә ярты сәғәткә ҡуйып торабыҙ.

Ҡамырҙы йоҡа итеп 5 мм ҡалынлығында йәйәбеҙ, уны 1,5-2 см яҫылыҡтағы таҫмаларға бүләбеҙ. Һәр таҫманы үҙегеҙ теләгән яҫылыҡта тағы киҫеп сығабыҙ. Сәксәкте мин ҙур табаҡта 1 литр көнбағыш майында бешерәм. Тәүҙә бер ҡамыр киҫәге төшөрөп, майҙың эҫелеген тикшереп алам. Сәксәк ярылһа, утты кәметергә кәрәк. Сәксәк тигеҙ генә бешhен өсөн бер туҡтауһыҙ болғатып торам. Һары төҫкә ингәс, майҙан алам һәм дуршлагҡа hалып торам.

Сироп әҙерләү өсөн шәкәргә hыу ҡоябыҙ, утҡа ҡуйып иретәбеҙ һәм ҡайнағас, бал өҫтәйбеҙ. Яй ғына утта 10 минут самаһы ҡайнатабыҙ.

Әҙер сәксәккә сироп ҡойоп, ипләп кенә бутайбыҙ. Ҡулды һыуыҡ һыуға манып, тәрилкәгә матур итеп өйөп ҡуябыҙ, - тип һөйләне Миңзиә.

Бөгөн ял. Яҡындарығыҙҙы һыйлау өсөн дә, күстәнәскә алып барырға ла бик затлы ризыҡ. Бешереп ҡарайыҡ.

Фото: Минзиә Каспранова архивынан.

Телевидение йондоҙо сәксәкте нисек бешерә?
Телевидение йондоҙо сәксәкте нисек бешерә?
Телевидение йондоҙо сәксәкте нисек бешерә?
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: