Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
29 Сентябрь , 08:00

Көҙгө тәмле аш рецепты

Тәмле һәм файҙалы ҡабаҡтан аш-пюре бешерәйек. 

Көҙгө тәмле аш рецепты
Көҙгө тәмле аш рецепты

Ҡабаҡтарығыҙ уңдымы? Иғтибарығыҙға тәмле аш-пюре рецепты тәҡдим итәбеҙ. Аш йомшаҡ булһын өсөн сливки (һөт өҫтө) һалырға йәки тәмләткестәр менән тәмен төрлөләндерергә була. Аш файҙалы ғына түгел, тәмле лә килеп сыға.

Кәрәк:

- Яңы ҡабаҡ - 500 грамм

- Һуған - 1 баш.

- Кишер - 1 баш.

- Картуф – 2 дана.

- Көнбағыш майы - 2 аш ҡалағы.

- Һарымһаҡ – 2 теш.

- Сливки (теләк буйынса) - 100 мл

- Һыу йәки йәшелсә һурпаһы - 700 мл

Тоҙ, тәмләткестәр (мәҫәлән, карри), борос - тәме буйынса

- Яңы өлгөргән үләндәр.

Тәүҙә һеҙгә ҡабаҡтың ҡабығын алырға кәрәк буласаҡ. Төп ингредиентты кубиклап киҫегеҙ. Артабан картуф менән кишерҙе таҙартығыҙ, бәләкәй киҫәктәргә бүлегеҙ.

Һуған менән һарымһаҡты ваҡ итеп турағыҙ. Уларҙы көнбағыш йәки зәйтүн майының тамсыһында ҡалын төплө кәстрүлдә алтын төҫкә тиклем ҡыҙҙырығыҙ. Шунда уҡ кишер менән картуф һалығыҙ һәм тағы биш минут ҡыҙҙырығыҙ.

Йәшелсәләр ҡыҙҙырылғас, ҡабаҡты һалығыҙ, һурпа йәки һыу ҡойоғоҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметегеҙ һәм бөтә йәшелсәләр ҙә йомшарғансы 20 минут ҡапҡас аҫтында бешерегеҙ.

Ризыҡты плитанан алығыҙ ҙа, блендер менән бөтә ингредиенттарҙы пюреға тиклем ваҡлағыҙ. Теләһәгеҙ, ҡаймаҡ өҫтәгеҙ һәм ашты утҡа кире ҡайтарығыҙ, тағы ҡайнап сығыуын көтөгөҙ. Оҡшаһа тәмләткестәр һалырға була. Ашты йәшел үләндәр менән бирегеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: