Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
29 Сентябрь , 14:00

Сере – ҡамырында

Ике рецепт тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ.

Сере – ҡамырында
Сере – ҡамырында

Ялдарҙа яҡындарығыҙҙы нимә менән ҡыуандырмаҡсыһығыҙ? Иғтибарығыҙға тәмле ваҡбәлеш, бәлеш рецептын тәҡдим итәбеҙ. Ул ябай ғына эшләнә һәм бик тәмле килеп сыға.

Үҙенсәлек шунда: иғтибарығыҙға ике төрлө ҡамыр рецептын тәҡдим итәбеҙ. Беренсеһе - аҡ май һәм ҡаймаҡ менән, икенсеһе – көнбағыш майы һәм майонез менән. Икеһе лә бик тәмле. Һайлап алырға була.

Беренсеһе:

180 гр аҡ май

1 стакан ҡаймаҡ

1 сәй ҡалағы тоҙ

0,5 сәй ҡалағы сода

Он, ҡамыр тығыҙ булмаҫҡа тейеш.

Икенсеһе:

200 мл һыу (һурпа һалырға ла мөмкин, тәмлерәк була)

1 йомортҡа

2 аш ҡалағы майонез

1 сәй ҡалағы тоҙ

120 гр көнбағыш майы

Он

Ике рецепт та ҙур бәлеш өсөн дә һәйбәт буласаҡ.

Эслеге:

Ит, ниндәйҙе теләйһегеҙ, ғәҙәттә тауыҡ итен алалар

Картуф

Һуған (ни тиклем күберәк, шул тиклем тәмлерәк)

Тоҙ

Борос

Аҡ май.

Фото: queenphoto.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: