Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
4 Октябрь , 22:15

Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар

Алтын төҫтәренә мансылған көҙгө миҙгелдә туйҙар үткәреү борондан килгән матур йола. 

Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар
Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар

Алтын төҫтәренә мансылған көҙгө миҙгелдә туйҙар үткәреү борондан килгән матур йола. Бүздәк районында ла яңыраҡ алтын һәм гәүһәр туйҙар гөрләп үтте. 60 һәм 50 йыл татыулыҡта ғүмер кисергән өлкәндәрҙе ҡотлаусылар ҙа, бәхет, һаулыҡ теләүселәр ҙә күп булды.

⁣Сания һәм Мөсәүир Ситдиҡовтар – гәүһәр юбилярҙар.  Ә 11 пар – Нурия һәм Флүр Әмәҙуллиндар, Миңлегөл һәм Рәмил Ишбирҙиндар, Людмила һәм Хәниф Ҡәриповтар, Венера һәм Зөфәр Латиповтар, Фәрзәнә һәм Тимерхан Мөхәмәтгәревтәр, Динара һәм Рәшит Төхфәтшиндар, Әминә Һәм Радик Сакаевтар, Гөлшат һәм Ирек Яҡуповтар, Илмира һәм Әкрәм Төхвәтшиндар, Людмила һәм Виктор Козеруктар, Мәүлиҙә һәм Ришат Насиповтар алтын туйҙарын билдәләне.

Бәхетле парҙар өсөн яңынан Мендельсон маршы яңғыраны. Өлкәндәр йәшлектәрен иҫкә төшөрөп, вальс әйләнде, бынан 50-60 йыл элек булған ҡауышыу көндәрен иҫкә алды.

Район хакимиәтенең Эштәр идарасыһы Айҙар Янбухтин Башҡортостан Башлығы исеменән юбилярҙарға иҫтәлекле бүләктәр һәм Ҡотлау хаты тапшырҙы, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне.  

Был ғаиләләрҙең һәр береһе йәш быуын өсөн күркәм өлгө булып тора. Ғаилә усағын тиҫтәләгән йылдар буйына тоғро һаҡлау, балалар үҫтереү, хеҙмәттә янып эшләү  өсөн уларҙың сабырлығы ла, тырышлығы ла еткән. Бүздәктәр өлкәндәрҙе хөрмәтләй белә. Был юлы ла сара юғары кимәлдә ойошторолдо, матур концерт номерҙары менән үрелеп барып, күңелдәрҙе күтәрҙе.

Фото: https://goskomjust.bashkortostan.ru/presscenter/news/663050/

 

Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар
Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар
Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар
Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар
Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар
Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар
Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар
Алтын-көҙҙә – алтын туйҙар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: