Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
4 Октябрь , 20:00

Зифа Нагаева үҙе яҙған йырҙы башҡарған йырсыны эҙләй

Композитор социаль селтәрҙә ҡуйған видео бер нисә сәғәттә популярлыҡ яуланы һәм...

Зифа Нагаева үҙе яҙған йырҙы башҡарған йырсыны эҙләй
Зифа Нагаева үҙе яҙған йырҙы башҡарған йырсыны эҙләй

Видеола Эльвира Асҡарова булып сыҡты. Сығышы менән Ғафури районының Имәндәш ауылынан булған ханым әлеге мәлдә Салауат ҡалаһында йәшәй.

Эльвира Асҡарова Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлаған.

- Һөнәрем буйынса оҙаҡ эшләнем тип әйтә алмайым. Ергән ауылында мәҙәниәт йортонда фольклор ансамбль етәксеһе булдым. Үҙенсәлекле тауышым, гармунда уйнауым арҡаһында тәүҙә дуҫтар-туғандар табындарын алып барырға саҡыра ине. Яйлап был минең һөнәремә әүерелде. Эшемде ташлап, тамада булып киттем.

Репертуарымда башлыса халыҡсан йырҙар. Улар минең булмышыма ла, тауышыма ла яҡын. Хәниә Фәрхи, Зифа Нагаева, Ризван Хәкимовтың йырҙарын яратып башҡарам.

Зифа Нагаева бөгөн шылтыратты миңә. Оҙаҡ һөйләштек. Илашып та алдыҡ. Композитор мине декабрҙә үтәсәк концертында сығыш яһарға саҡырҙы, - тип һөйләне Эльвира Асҡарова.

Фото һәм видео Эльвира Асҡарованың шәхси архивынан алынды.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: