Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарға энәләр ярҙамында еңел генә бәйләнгән тәпешкәләр тәҡдим итәбеҙ. Улар, берҙән, йылы, икенсенән, бынан тигән шәп бүләк тә була ала.
Бәйләм эше менән таныш булған хужабикәләр, ғәҙәттә, һүрәткә күҙ һалыу менән әйберҙең нисек бәйләнеүен аңлай. Был тәпешкәләр ҙә бик ябай.
Мәҫәлән, беренсе һүрәттәгеһе (алһыу һәм сирен төҫтәрендәгеһе) "Итеккәй" тип атала. Уны бәйләү өсөн аяғығыҙҙың размерын икегә ҡабатлағыҙ һәм шунса күҙ йыйығыҙ. Әйтәйек, аяғығыҙҙың оҙонлоғо 23 сантиметр булһа, 46 күҙ кәрәк. Запас өсөн тағы 2 йәки 4 күҙ өҫтәгеҙ. Шулай ҙа бәйләгән йөнөгөҙҙөң сифатын, йомшаҡлығыҙ иҫәпкә алығыҙ, үтә йомшаҡ, тиҙ һуҙылыусан булһа, өҫтәмә күҙ кәрәкмәүе лә бар. Гел уң күҙ бәйләп, тигеҙ дүртмөйөш (шаҡмаҡ) эшләйбеҙ. Унан инде һүрәттә күрһәтелгәнсә тегеп ҡуябыҙ.
Икенсе һүрәттәге (алһыу төҫтә) тәпешкәне бәйләү өсөн яҡынса 35-38 күҙ йыйырға кәрәк. Был схема буйынса бәйләү өсөн ҡалыныраҡ, ҡатҡылыраҡ еп (пряжа) ҡулай.
Башҡа тәпешкәләр осрағында башлыса 50 - 54 күҙ талап ителә. Һуңғы һүрәттәге шәмәхә (фиолетовый) төҫөндәге ептән сәскәләр менән биҙәп бәйләнгән тәпешкәнең бәйләнеше фотоларҙа асыҡ бирелгән.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/public213340253