“Бәйләнештә”ге сәхифәһендә төрлө аш-һыу серҙәре менән ихлас уртаҡлашып барған Айгөл Иҙрисова еңел генә ҡамыр рецепттары менән уртаҡлашты.
“Берәй төрлө ризыҡты диуарыма ҡуйһам, рецепт һорай башлайҙар. Интернет тулы рецепт тип кире ҡаҡһам да, бер ни ҙә түгел инде. Тик кеше һинеке һымаҡты бешергеһе килә икән, ниңә йәлләп торорға ти, әлбиттә, бүлешәм.
Арыу ғына йылдар төрлө пекарняларҙа эшләгәс, миндә ниндәй генә рецепт юҡ инде. Дәфтәр-блокноттар тулы төрлө бәлеш, пицца, ваҡ бәлеш өсөн ҡамыр, эслектәр теҙмәһе...
Сөсө ҡамыр өсөн 1 процентлы кефир (ҡуйыһы булһа ла зыян булмаҫ), 1 йомортҡа, сода, тоҙ, “Пышка”, “Щедрое лето” маргарины йәки ауыл майы, ҡаймағы ла бик ярап тора... һәм 1 сәй ҡалағы ҡоро дрожжи ҡушам мин.
Оҙаҡлап әсетеп ултыртмайым. Ҡамырҙы баҫам да, эслеген рәтләп бөткәнсе өлгөрөп тә етә.
Ҡабаҡ, картуф, тауыҡ бәлештәренә, өсмөйөштәргә ошо ҡамыр бик уңайлы.
Әйтәйек, күп итеп бешерер өсөн 1 кг онға 1 ҡап “Пышка” маргарины, 1-2 йомортҡа, 1 стакан кефир, самалап тоҙ, сода йәки ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 1-2 ҡалаҡ көнбағыш майы (1-2 ҡалаҡ ауыл ҡаймағы булһа, тағы ла һәйбәтерәк), 1 балғалаҡ ҡоро йәки прессланған әсетке кәрәк.
Ҡамыр һығылмалы, бәпес тәне һымаҡ йомшаҡ һәм тәмле генә еҫле булырға тейеш. Соданы самалап һалығыҙ, ошо составҡа ярты балғалаҡ та етә. Кефир һәм әсетке үҙе үк ҡабартып йомшаҡлыҡ бирә.
Ҡамырҙың уңып бешеүенең сере лә бик ябай: күңелдәр һәр саҡ күтәренке булырға тейеш, бешерергә оло теләк кәрәк. Һеҙҙең бешергәнде яратып ашаған, һеҙҙең һәр ризыҡты маҡтап, хуплап торған яҡын кешең булыуы ла ҡамыр ашын, башҡа тәмлекәстәрҙе лә тел йоторлоҡ итә!” – тип яҙҙы Айгөл.
Фотолар: Айгөл Иҙрисованың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.