Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
17 Октябрь , 15:00

Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!

Флүрә һәм Мәҙехәт Абдуллиндар йыл да хужалыҡтарында ҡош-ҡортто күпләп аҫрай, быйылғы көҙгө байлыҡ та ғаиләне һөйөндөргән...

Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!
Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!

Асҡын районының Башҡортостан ауылында ғәҙәттәге халыҡ байрамы – Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте, тип хәбәр итә  “Аскинская новь”. Беҙ ғәҙәттә өмәләрҙең ҡыш башында, ҡар төшкәс  үткәрелеүенә ғәҙәтләнгәнбеҙ, ә асҡындар көҙгө эштәрен иртәрәк йәһәтләмәксе булған. Флүрә һәм Мәҙехәт Абдуллиндар йыл да хужалыҡтарында ҡош-ҡортто күпләп аҫырай, быйылғы көҙгө байлыҡ та ғаиләне һөйөндөргән. Күрше-күләндең ярҙамы һәр ваҡыттағыса ваҡытлы. “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабына ярашлы уҙғарылған “Ҡаҙ өмәһе” күңелле лә, һыйлы ла, йәмле лә булды, – ти ауылдаштар. – Гармунһыҙ, йыр-моңһоҙ табын  буламы ни! Күңел дә асылды, эш тә бөттө! “Башҡортостандар берҙәмлек, өлгөрлөк өлгөһө күрһәтте.

 Фото: “Аскинская новь”.

 

Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!
Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!
Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!
Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!
Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!
Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!
Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!
Асҡында –“Ҡаҙ өмәһе”!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: