Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
23 Октябрь , 11:00

Ете айлыҡ Демир ҙа ярышта ҡатнашҡан

Аденовтар призлы урынға дәғүә итергә ҡыймаһалар ҙа, улар өсөн еңеү көтөлмәгән сюрприз булған.

Ете айлыҡ Демир ҙа  ярышта ҡатнашҡан
Ете айлыҡ Демир ҙа ярышта ҡатнашҡан

Рузилә һәм Радомир Аденовтар бына ун йыл инде бәхетле никахта йәшәй. Бергәләп өс бала тәрбиәләйҙәр. Заур – өсөнсө, Арина беренсе класта уҡый. Кинйәләре Демирға ете ай ғына әле. Ғаилә башлығы Рәсәй тимер юлында машинист булып эшләй. Хужабикә Пионерҙар йортонда балаларҙы уҡытыу менән шөғөлләнгән, әлеге мәлдә декрет ялында.

Балалар ҙа өйҙә эшһеҙ ултырмай, Заур йөҙөү нескәлектәрен, инглиз телен өйрәнә, робототехника менән мауыға.Арина дүрт йәштән бейеү менән шөғөлләнә, тип яҙа “Янаульские зори”.

Аденовтар мөмкин тиклем ваҡытты бергә үткәрергә, сәйәхәт итергә, сараларҙа ҡатнашырға тырыша. Яңыраҡ улар Ҙур ғаилә уйындарында  көсөн һынап ҡараны һәм бик уңышлы! Тәүҙә улар конкурстың мәктәп этабын үтте, аҙаҡ республика кимәлендә Яңауыл районының намыҫын яҡланы. Сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында үтте. Аденовтар бөтә һынауҙарҙа үтеп, 61 ғаилә араһында абсолют еңеүсе тип танылды. Конкурс ҡатнашыусыларҙан интеллектуаль белем дә, спорт әҙерлеген дә, ижади һәләтте лә талап итте. Аденовтар призлы урынға дәғүә итергә ҡыймаһалар ҙа, улар өсөн еңеү көтөлмәгән сюрприз булған.

“ Барыһынан да элек беҙ ваҡытты ғаиләбеҙ менән бергә үткәрергә теләнек, сөнки Радомир байтаҡ ваҡытын эштә үткәрә, ғаилә менән һирәк йыйылырға тура килә. Ярыш мауыҡтырғыс булды– видеоролик, презентация әҙерләнек, өмә үткәрҙек –мәктәп һәм район кимәлендә бирелгән күп төрлө заданиеларҙы үтәнек. Өфөгә кескәй улыбыҙҙы ла алдыҡ. Шул тиклем кеше араһында үҙен нисек тотор инде, тип хафаланһаҡ та, барыһы ла яҡшы булды, үҙен бик тәртипле тотто, уға ла уйындар оҡшаны”, – ти Рузилә.

 Рөстәм Сангов фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: