Конкурста ҡатнашыуға Рәсәй һәм сит илдәрҙең урта һәм юғары белем биреү художестволы белем биреү ойошмалары студенттары һәм уны тамамлаусылар, шулай уҡ 18-35 йәшлек бойондороҡһоҙ Рәсәй һәм сит ил рәссамдары саҡырыла.
Конкурсты үткәреү башланғысы менән «Иннопрактика» компанияһы сыҡты. Конкурс «Меган» ижади индустрия академияһы булышлығында Третьяков дәүләт галереяһы, Илья Репин исемендәге Санкт-Петербург художество академияһы менән берлектә уҙғарыла. Проектты «Газпромбанк» финанслай.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2025 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә.
«Донъя картинаһы» халыҡ-ара йәш рәссамдар конкурсы 18-35 йәшлек рәссамдарға ярҙам итеү һәм уларҙы социаль әһәмиәтле темаға әҫәрҙәр ижад итеүгә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Конкурстың тағы ла бер маҡсаты - мәҙәни алмашыу өсөн яңы импульс эҙләү һәм сәнғәт аша традицион ҡиммәттәрҙе күрһәтеү.
Бынан алдараҡ Рәсәй Федерацияһы Президентының Йәмәғәтселек проекттары буйынса идаралығы начальнигы Сергей Новиков конкурс башланыуы тураһында хәбәр иткәйне. Санкт-Петербург берләшкән мәҙәниәттәр халыҡ-ара форумында ул былай тине: «Третьяков галереяһы етәксеһе «Иннопрактика» етәксеһе менән бергә «Донъя картинаһы» конкурсының башланыуы тураһында иғлан итте. Йәш рәссамдар Третьяков галереяһында күргәҙмәгә ҡуйыу мөмкинлеге аласаҡ. Был йәш кеше өсөн бик мөһим, сөнки уның резюмеһында Третьяков галереяһында эштәр күрһәтеү тураһында юл барлыҡҡа киләсәк - ул артабанғы ижади карьера өсөн сифат билдәһе һәм трамплин».
Конкурстың темаһы - «Кешелектең глобаль мәҙәниәтенең бер өлөшө булараҡ халҡымдың ҡиммәттәре» - йәш рәссамдарҙы хәҙерге донъяла традицияларҙы һәм уларҙың үҫешен ижади тикшереүгә йәлеп итә. Художестволы образдар аша ҡатнашыусыларға үҙ халҡының мәҙәни мираҫын, сәнғәттең күп яҡлылығын һәм көнүҙәклеген күрһәтергә, технологик, социаль, экологик һәм сәйәси үҙгәрештәрҙең мөмкин булған сценарийҙарын асырға тәҡдим ителә.
Еңеүселәр өс этапта билдәләнәсәк. Йәштәр ижади советы вәкилдәре конкурс талаптарына яуап биргән 100 эште һайлап аласаҡ. Ошо ғаризаларҙан конкурстың Ижади советы 50 иң яҡшы эште һайлап ала һәм улар конкурс исемлегенә индерелә. Рейтинг тауыш биреүе нигеҙендә 14 финалсы һайланасаҡ.
Фото ойоштороусыларҙан алынды.