Сәриә иренең һаҡ ҡына бүлмә ишеген асып инеүен һиҙеп, ятҡан урынынан башын күтәрергә тырышты. Мотаһар ҡатынының эргәһенә ултырып, уның йомшаҡ ҡулдарына ҡағылды.
–Хәлең нисек, ҡәҙерлем? Дарыуҙарыңды эстеңме? Нимә ашағың килә, нимә бешерәйек? – тип шым ғына һораны.
Ҡатыны уға боролоп, Мотаһарҙың хәүеф, һағыш менән тулған күҙҙәренә ҡараны. Ире ҡулынан килһә, әллә нимәләр эшләргә әҙер ҙә бит.
– Белмәйем, Мотаһар. Миңә бик ҡурҡыныс, – тип дөрөҫөн әйтергә, ауыр тойғоларын йәшермәҫкә булды ҡатын. Ире уның ҡулдарын ҡатыраҡ ҡыҫып:
– Мин һәр саҡ һинең эргәңдә, ҡурҡма. Бергәләп еңәсәкбеҙ, Сәриә, ышан миңә... – тине уны дәртләндерергә тырышып, көр тауыш менән.
Ҡатыны хәлһеҙ генә йылмайғандай булды. Ул иренең һүҙендә тора белеүенә, һынатмауына күнекккән. Егерме йылдан ашыу ғүмер итеү осоронда улар ниндәй генә ҡайғы-хәсрәт кисермәне: финанс ауырлыҡтары, эшһеҙ ҡалыу, атай-әсәйҙе юғалтыу... Шатлыҡ-һөйөнөстәре лә етерлек булды. Тик был һынауҙан да ауырырағы юҡтыр кеүек.
Ишекте туҡылдаттылар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына башын тығып, тупһала ҡыҙҙары Наилә күренде. “Әсәй, атай, һеҙҙең янға инергә яраймы?” – тине баҙнатһыҙ ғына. ”Күҙ нурым, үт әйҙә”, – тине әсә. ”Һеҙҙең һөйләшкәнегеҙҙе ишеттем, мин нимә менән ярҙам итә алам, әсәй?” – тип һораулы ҡарашын ташланы ҡыҙ өлкәндәргә. Карауат ситенә ултырған 15 йәшлек ҡыҙының, бер нисә көндә һурылып, олоғайып киткәнен күреп, әсәнең йөрәге әрнене. Шундай көләкәс, моңайыуҙың ни икәнен белмәгән тиктормаҫ ҡыҙҙың күҙ алдында ҡара көйөп, ҡайғырыуҙан үҙенә урын тапмай ыҙаланыуын күреүе рәхәт түгел. ”Рәхмәт, ҡыҙым, – тип бышылданы әсә. – Ҙур үҫкәнһең икән дә баһа, һиҙмәй ҙә ҡалғанмын”. Күңеле тулышҡан Мотаһар уларҙың икеһен дә ҡосаҡлап алды: “Беҙ – бер ғаилә, бирешмәйек, барыһын да еңеп сығырбыҙ, матурҡайҙарым!”
Тап ошо мәлдә Сәриә яман сир менән көрәштә үҙенең яңғыҙ түгеллеген, эргәһендә иңен терәрҙәй иң яҡын кешеләр булыуын, тик уларға ғына таяна аласағын бөтә күңеле менән аңланы. Алдағы күңелһеҙ аҙналар дауаханалар юлын тапау менән үтте, анализдар, консультациялар... Ҡатын үҙен томан эсендәгеләй тойҙо, табиптарҙың әйткәнен, сир стадиялары, күҙллауҙар, дауалау ысулдары тураһында һөйләгәнен, ғөмүмән, һәр мәғлүмәтте ауырлыҡ менән ҡабул итте. Ире дауаханала уның эргәһенән китмәне, табиптарға аңлап етмәгән һорауҙарын бирҙе, барыһын да яҙып алырға тырышты. Бер көн онкологҡа сираттағы ҡабул итеүҙән ҡайтҡас, хәлһеҙләнеп диванға һуҙылған Сәриә: ”Мин башҡаса булдыра алмайым, Мотаһар. Йәшәргә лә, көрәшергә лә көсөм ҡалманы...” – тип һауығыуға өмөтө ҡалмауын белдерҙе.
– Һин үҙең уйлағанға ҡарағанда көслөрәкһең, Сәриә. Хәтерләйһеңме, тәүге танышҡан саҡта һин миңә нимә тинең? – тип ире уның яурындарынан ҡосаҡланы.
– Эйе, хәтерләйем, әлбиттә. Һин мине паркта велосипед менән бәреп йыҡтың...
– Ә миңә нимә тип әйткәнең иҫеңдәме?
Сәриә “юҡ” тигәнде аңлатып, башын сайҡаны.
– Һин миңә асыуланып:” Эй, егет кеше, һағыраҡ йөрөп булмаймы? Мин үлергә йыйынмайым, эшләй торған эштәрем, ҡорған пландарым ифрат күп!” – тинең. Башланмаған, осланмаған эштәрең әле лә етерлек, Сәриә, беҙ һинең менән бергә ҡартайырға ла өлгөрмәнек, ейәндәребеҙҙе лә тәрбиәләмәнек, илдәр буйлап сәйәхәт тә итмәнек...
Ҡатындың моңһоу күҙҙәре ҡайнар йәштәргә мансылды. Уларҙы тыйып тоторлоҡ түгел шул.
– Һин хаҡлы, Мотаһар. Көрәшәсәкмен!
Батмус менән сәй әҙерләп индергән Наилә ауыр мөхиткә бер аҙ йән индергәндәй булды. “Әсәй, әйҙә сәй эсеп ал, – тине ул йомшаҡ ҡына. – Мин интернетта яман шеште дауалау буйынса яңы ысулдар тураһында мәғлүмәт таптым, бәлки, бергәләп танышырбыҙ?”
Ҡатын ҡыҙына ҙур рәхмәт тойғолары менән баҡты, күңеленә йылы инде. Ғаиләһенең бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән кешеләр генә түгеллеге, таяныс, йәшәү өсөн көрәшергә этәргес булыуы көс биргәндәй булды. Көн артынан көн, аҙна артынан аҙналар һиҙелмәй генә үтә торҙо. Сәриә химия терапияһын бик ауыр үткәрҙе. Һәр көн бығаса күҙ алдына ла килтермәгән ҙур һынауҙар – хәлһеҙлек, уҡшыу, сәс ҡойолоуы – барыһын да түҙемлек менән үтергә тура килде. Мотаһар отпуск көндәрен ҡатыны эргәһендә үткәрҙе, ул ятҡанда китап уҡыны, процедураларға йөрөттө, һөйөклөһө ашай алған аш-һыу әҙерләргә тырышты. Ҡыҙҙары бөтә йорт эштәрен үҙ өҫтөнә алды. Мәктәптә дәрестәре тамамланыу менән өйгә атаһына ярҙам итеү өсөн ашыҡты. Бар яҡтан да өлгө булған, тормош яратҡан, шат күңелле әсәһенең ярҙамға мохтажлығын, кеше көнлө булыуын күреү бик ҡыйын булһа ла, Наилә балаларға хас булмағанса сабырлыҡ, аҡыл менән хәлде аңлап ҡабул итергә, иламаҫҡа, күҙ йәштәрен әсәһенә күрһәтмәҫкә тырышты. “Әсәй, мин һине яратам. Беҙ барыбыҙ ҙа яратабыҙ, һәр саҡ эргәңдә буласаҡбыҙ”, – тип уның йыш ҡабатлауы Сәриә өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҡиммәтле ине. Ғаиләһенең һөйөүе уның өсөн иң көслө, шифалы дарыу икәнен ҡатын ошо түҙеп торғоһоҙ айҙар эсендә бик яҡшы аңланы. Әмәлиәттән һуң дауалар, ыҙалар, икеләнеүҙәр менән байтаҡ ваҡыт уҙғандан һуң хәлендә һауығыуҙың тәүге билдәләре күренә башлауын бик һағайып ҡаршы алдылар. Табиптар ҙа һаҡ ҡына һөйләнде, әммә тауыштарында өмөт яңғырағанын һиҙмәү мөмкин түгел ине.
Ҡатынының тыуған көнөндә Мотаһар бокалдарға һут ҡойоп, барыһын да тәүге еңеү сатҡылары менән ҡотлап: ”Был йылы һүҙҙәремде һеҙҙең өсөн, һынауҙы бергәләп үткән иң яҡын кешеләрем өсөн әйтәм, – тип бокалын күтәреп, тост әйтте. – Элек мин тормошта иң мөһиме уңыш, карьера, аҡса тип уйлай инем. Баҡһаң, яңғылышҡанмын, иң мөһиме – һөйөү һәм яҡындарыңдың таянысы икәнен ошо йәшкә етеп саҡ аңланым”.
– Ә мин “атай-әсәйем мине аңламай”, тип һеҙҙең менән йыш ҡына ҡаршылашырға, бәхәсләшергә тырыша торғайным. Хәҙер аңланым инде, һеҙҙән дә ҡәҙерлерәк кеше минең өсөн юҡ, – тине тулҡынланып ҡыҙҙары Наилә.
–Ҡәҙерлеләрем минең, һеҙ хатта күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ миңә күпме көс-ҡеүәт биреүегеҙҙе, – тине йылмайып әсә. – Һәр иртә уяныу менән үҙемдең мотлаҡ көрәшергә тейешлегем хаҡында уйланам. Һеҙҙең хаҡҡа! Һеҙҙең тырышлығығыҙ, бәхетегеҙ хаҡына. Тулыһынса һауығып бөтмәһәм дә, көндән-көн хәлемдең яҡшырғанын тоям. Дауалар, табиптар ярҙамынан тыш, иң көслө дарыуҙың һөйөү икәнлеген яҡшы аңланым. Бөтә сере – ғаиләмдең миңә булған оло һөйөүендә!
Нәсих Хәлисов фотоһы.