“Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, һалҡынса урында яурынға шәл, палантин һала, йә булмаһа пальто-курткаларыбыҙҙы ябына башлайбыҙ. Ә бына ошондай накидка һеҙгә нисек? Ҡупшыраҡ та, уңайлыраҡ та, ивет? Бигерәк тә офиста ултырғандарға, уҡытыусыларға ҡулай.
Редакцияла эшләгәндә ошо ябынсыҡты бәйләп алырға теләгәйнем — ҡул етмәне, китапханалағы һыуыҡтан уның менән генә һаҡланырлыҡ түгел ине. Ә хәҙер өйҙә кәрәге лә юҡ. Шулай ҙа хыял хыял инде, тормошҡа ашмаһа — күпме ваҡыт үтһә лә күңелгә тынғы бирмәй. Күп нәмәләрҙе пенсияға сыҡҡас эшләрмен әле тей торғайным, тик пенсияла уларҙың кәрәге бөткән була икән.
Әсәйемдең тағы бер аҡыллы мәҡәле телгә килә: ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡыйбат. Һәр нәмәне ваҡытында эшләп ҡалығыҙ!” – тип яҙҙы Рәхимә Мусина.
Эйе, социаль селтәрҙә һәр ваҡыт тос фекерле яҙмалары, фәһемле күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашып барған Рәхимә апайҙың был һүҙҙәрендә лә дөрөҫлөк бар. Ә ябынсыҡҡа килгәндә, матур, шулай бит?!
Сығанаҡ һәм фотолар: https://vk.com/id117785719