Бөтә яңылыҡтар

Ҡабаҡтан тәмле ҡайнатма

Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә матур йөкмәткеле яҙмалар, тәмле-татлы рецепттар менән даими уртаҡлашып барған Гөлназ Ишемғолова был юлы ҡабаҡтан ҡайнатма яһау серҙәре менән уртаҡлашты. 

Ҡабаҡтан тәмле ҡайнатма
Ҡабаҡтан тәмле ҡайнатма

“1 килограмм ҡабаҡтың тышын әрсеп, ваҡ итеп турап кәстрүлгә һалдым, берешәр алма, лимон, әфлисунды ит үткәргес аша үткәреп ҡуштым.

Ярты стакан һыу ҡойҙом, бер стаканды тултырмай шәкәр һалдым да һүрән генә утта бешерҙем.

Шундай тәмле килеп сыға, шәкәре әҙ тойолһа, саҡ ҡына өҫтәргә лә була. Әгәр блендер менән дырылдатһаң, төйөрһөҙ, шыма ғына була. Мммм...тәмле генә!

Тағы ла бер вариант

Башта 2 кг ҡабаҡты таҙартып алдым (таҙартҡас ҡына үлсәнем), шунан 3 алма, 2 лимонды (бәлки, күберәк тә ҡушырға булалыр) ит үткәргес аша үткәрҙем дә, 2 кг шәкәр бутап бер аҙ ваҡытҡа ултыртып торҙом. Аҙаҡ инде 2 сәғәт тирәһе талғын ғына утта ҡайнаттым. Бал һымак тәмле, ҡуйы килеп сыҡты.

Ҡалған ҡабаҡты эре генә киҫәктәргә турап (тышы шыма ине, әрсемәнем) морозильникка һалдым. Ҡаҙ һурпаһында бешереп, өлөш итеп биргәндә хәт-тәр тәмле килеп сыға)) Мәҫәлән: ҡаҙ ите, картуф, кишер, ҡабаҡ...” – тип яҙҙы Гөлназ.

Эшләп ҡарағыҙ әле! Аштарығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: https://vk.com/id21164859

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: