Бөтә яңылыҡтар

Кетерләп кенә торған ҡамыр

Ул айырыуса ваҡ бәлеш һәм өсмөйөш бешереү өсөн ҡулай. 

Кетерләп кенә торған ҡамыр
Кетерләп кенә торған ҡамыр

Интернет селтәрендә оҫтабикәләр аш-һыу серҙәре менән ихлас уртаҡлаша. Бына Айзилә Рәхмәтуллинанан шәп кенә ҡамыр рецебы. Кетерләп кенә торған был ҡамыр айырыуса ваҡ бәлеш һәм өсмөйөш бешереү өсөн  ҡулай.

Ҡамыр өсөн 1 стакан йылы һыу (250 мл), 180-200 грамм көнбағыш майы, 1 йомортҡа, 1-2 аш ҡалағы майонез, ярты сәй ҡалағы тоҙ, самалап он кәрәк.

Йылы һыуға май, йомортҡа, майонез, тоҙ һалып болғатабыҙ ҙа, самалап он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Уны полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ һәм эслек әҙерләргә тотонабыҙ. Эслекте һәр кем үҙе яратҡанса әҙерләй: ит, картуф, һуған, борос.

Сығанаҡ: Айзилә Рәхмәтуллина.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: