Бөтә яңылыҡтар

"Ҡатыны һәм балаһы барлығын белмәнем..."

Йәш ҡыҙҙарға, бәлки, һабаҡ булыр...

"Ҡатыны һәм балаһы барлығын белмәнем..."
"Ҡатыны һәм балаһы барлығын белмәнем..."

Тәжрибәһеҙ, йәш ҡыҙҙарға, бәлки, һабаҡ булыр тип Зилә исемле ҡыҙҙың башынан үткәндәрен иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

 "Ҙур супермаркеттарҙың береһендә, касса янында таныштыҡ беҙ уның менән. Хәл былай булды: Яңы йыл алдынан кәрәкле аҙыҡ-түлек тултырылған арбаны һөйрәп касса янына баҫтым. Һәр береһендә лә сират ҙур. Яҡынлай килә бөтә тауарымды өҫтәлгә йәйеп һалдым да, үҙем үтеп, ғәҙәттәгесә картаны һалып ҡына түләмәксе булдым. Тик унда пин-код һорай, сөнки алған тауарым мең һумдан артып киткән ине. Шунда әллә нишләп пин-код иҫемдән осоп сыҡҡан, һис иҫләй алмайым. Артта сираттың ҙурлығы тағы ла нығыраҡ ҡаушата. Ни эшләргә тип торғанда минең артта торған бер егет, ҡайҙа үҙем түләйем, тимәһенме! Юҡ, юҡ тиһәм дә, түләп, тауарымды пакетҡа тултырышты. Ул ғына ла түгел тотошоп тышҡа алып сыҡты. Өйөгөҙгә тиклем алып барып ҡуяйым, тигәс тә, арбалғандай эйәреп киттем уға. Йорт тәңгәленә килеп туҡтағас, йәһәт кенә сығып миңә ишеген асты, төшөргә ярҙамлашты. Шулай танышып, дуҫлашып киттек үҙен Рифат тип таныштырған егет менән.

Шул көндән итәғәтле, иғтибарлы, яғымлы, ярҙамсыл егет минең, икенсе курста уҡып йөрөгән йәш ҡыҙҙың, бөтә уйын биләп тә алды. Беҙ телефон аша аралаша башланыҡ. Ә ғинуарҙа тыуған көнөмә ҙур гөлләмә ебәртеүе башкөлләй башымды әйләндерҙе, күңелде күктәргә ашырҙы. Беҙҙең ҡалаға килгәнендә ике тапҡыр инеп сыҡты, күстәнәстәр ҡалдырҙы, атай-әсәйем менән танышты. Береһендә урам буйлап оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрөнөк. Ипле мөғәләмәһе, ихтирамлы мөнәсәбәте үҙенә ылыҡтырғандын-ылыҡтырҙы, эҫендергәндән-эҫендерҙе. Әллә ниндәй матур һөйөү һүҙҙәре һөйләмәһә лә, мөхәббәттән башым әйләнгән мин уны үҙемдең яҡты киләсәгем тип ҡабул иттем. 

Танышыуыбыҙға ярты йыл тигәндә, уның менән никах уҡыттыҡ. Тик ғәжәпләндергәне шул булды: уның яғынан бер кем дә килә алманы. Ул икенсе ҡаланыҡы, атаһы, бер туғандары юҡ икән, әсәһе ауырый, тине. Үҙе Себер тарафтарында эшләй, командировкаларға йыш йөрөй. Туй тураһында әлегә ул һүҙ сығармағас, мин дә һорашманым - йәнәһе, бәхет өсөн уныһы мөһимме ни! Әсәйемдең:"Нисә йәш уға, ҡыҙым, оло күренә түгелме?" тиеүенә лә, атайымдың "Ҡайҙа йәшәргә уйлайһығыҙ?" тигән һорауына "Әлегә һеҙҙә тороп торһон да, күҙ күрер", тип яуаплауы ла күңелемә шик һалмаған, исмаһам. Бер йыл буйы уның командировкаға килгәнен көтөп алып, оҙатып йөрөй торғас, ауырға ҡалғаным беленде. Тик һаман үҙе янына күсереп алырға ашыҡмауы бер аҙ күңелде ҡыра ине шулай ҙа. 

Бер ваҡыт интернетта осраҡлы ғына тап булған бер ғаиләнең фотоһы иғтибарҙы ныҡ йәлеп итте: ҡатын, уҡыусы бала һәм... Рифатҡа оҡшаған ир. Йөрәгем жыу итеп ҡалһа ла, тиҙ үк үҙемде йыуаттым: оҡшаш кешеләр аҙмы ни был донъяла? Аҫтына яҙылған һүҙҙәрен уҡыйым: икенсе исемле ир. Шулай ҙа телефондан шылтыратҡанда үҙенә был турала әйтергә булдым. Тәүҙә ҡыҙыҡ итәйем тип:"Сәләм, Рәил!" тип өндәштем. Икенсе оста тынлыҡ. "Һинең игеҙәгеңде таптым бит әле", тип тә өҫтәнем.  Рифат яуап биреп өлгөрмәнеме - бәйләнеш өҙөлдө...  Мин аңламайынса тағы йыйҙым, тик унда, был номер хеҙмәтләндерелмәй, тигән һүҙҙәр генә яңғыраны. Күпме тырышһам да, бүтәнсә һөйләшә алманыҡ Рифат менән, бына хәҙер өс ай инде ул беҙҙең ҡалаға командировкаға ла килгәне юҡ, бәлки, йәшертен генә килеп китәлер...

Яуапты һөйгәнемдең ауыҙынан ишетә алмағас, үҙемсә фараз ҡылдым: теге Рәил тигән ир, тимәк, ул - Рифат, ғаиләһе лә бар. Шулай икән, ни өсөн минең башты ла әйләндерергә кәрәк булғандыр уға? Изгелекле йән, ипле, ихтирамлы, итәғәтле йылмайыу артында намыҫһыҙ, алдаҡсы, икейөҙлө бәндә тороуын кем белгән һуң? Тәүге саф һөйөүемде бөтөнләй таныш булмаған үткенсе әҙәмгә әрәм итеүем бик үкенесле...

Һис тә бындай билдәһеҙлек менән йәнде быуыр тормошто күҙалламағайным бит үҙемә. Әсәйем менән атайымдыҡы кеүек ныҡлы, үҙ-ара ышаныста ҡоролған тулы ғаилә, бәхетле балалар үҫтереү тураһында хыяллана инем.  Ярай ҙа минең һәм тыуасаҡ сабый ҡаршында (өҙөлөп торған атайым-әсәйем барҙа юғалып ҡалмаҫмын да ул) яуаплылыҡтан ҡасыуын-ҡасыр ҙа ти, ә Аллаһ алдында нимә тип яуап бирер икән һуң?  Ә мин, алданған намыҫлы ҡыҙ, ҡасан кешеләргә ҡабаттан ышана башлармын

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: