Бөтә яңылыҡтар

Их, матур шул Дим буйы балаҫтары

Ярай әле, был шөғөлдөң серҙәре менән уртаҡлашҡан оҫтабикәләр бар. 

Их, матур шул Дим буйы балаҫтары
Их, матур шул Дим буйы балаҫтары

Мөхәмәтйәрова Гөлшат Мансур ҡыҙы 1961 йылда Миәкә районының Илсеғол ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан әсәһе Миңлебикә Ишмөхәмәт ҡыҙынан өйрәнеп, балаҫ һуғыу серҙәренә төшөнә. Әсәһенең ҡулындағы ябай ептәрҙең иҫ киткес матур, сағыу балаҫтарға әйләндереүен күҙәтергә ярата һәм оҙаҡламай үҙе лә был һөнәрҙе үҙләштерә. Артабан инде ҡул эштәре оҫтаһы булып танылған Шәһәрбаныу Арыҫланованан да аҫалы балаҫ һуғыу үҙенсәлектәренә өйрәнә.

Ошоғаса Гөлшат Мансур ҡыҙы тиҫтәнән ашыу балаҫ һуҡҡан. Уларҙың һәр береһенә уның күңел йылыһы, күҙ нурҙары ҡушылған. Ул үҙенең эшенә йөрәгенең бер өлөшөн һеңдереп, әле лә яратҡан шөғөлөн дауам итә. Уның балаҫтарының береһе “Һәр ептә – Дим биҙәктәре” республика башҡорт балаҫы конкурсында Гран-приға лайыҡ булды.

“Халыҡ кәсептәрен һаҡлағанығыҙ һәм үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Гөлшат Мансур ҡыҙы, ныҡлы һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!” – тип яҙҙы “Йәнле кәсептәр” ижади оҫтаханаһы төркөмө.

Беҙ ҙә һеҙҙең иғтибарға Илсеғол оҫтабикәһенең ҡабатланмаҫ нағышлы аҫалы балаҫтарын тәҡдим итәбеҙ. Халҡыбыҙҙың матур шөғөлдәре, рухи мираҫы юғалмаһын, киләсәк быуындар ҙа Дим буйының сағыу балаҫтарын һуғыу эшен үҙләштерһен, һаҡлаһын ине.

https://vk.com/public221928212

Их, матур шул Дим буйы балаҫтары
Их, матур шул Дим буйы балаҫтары
Их, матур шул Дим буйы балаҫтары
Их, матур шул Дим буйы балаҫтары
Их, матур шул Дим буйы балаҫтары
Их, матур шул Дим буйы балаҫтары
Их, матур шул Дим буйы балаҫтары
Их, матур шул Дим буйы балаҫтары
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: