Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
13 Ноябрь , 15:00

Тәңкәләрҙә – теләктәрҙең иң серлеһе

Хәҙер был урын мәңгелек һөйөүеңде белдереү, тоғролоҡ һәм тантаналы ант биреү урыны, ни өсөн тигәндә, бөтә туйҙар, никахтар, теләктәр Аҡҡош күленән башлана...

Тәңкәләрҙә – теләктәрҙең иң серлеһе
Тәңкәләрҙә – теләктәрҙең иң серлеһе

Борай районының Иҫке Таҙлар ауылы старостаһы Әнибә Лотфулла ҡыҙы - тыуған яҡты өйрәнеү, ауыл биләмәһен төҙөкләндереү буйынса яҡташтары менән бер һүҙҙән булып, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән етәкселәрҙең береһе. Китапханала 32 йыл буйы эшләп, ауылдаштарына аң, ғилем, иман таратып, уларҙың тормошо менән ҡайнап йәшәү эҙһеҙ үтмәгән. Ул һаман да тыуған яҡ тәбиғәтен ҡәҙерләп һаҡлау, матурлығын ишәйтеү өсөн бөтә тырышлығын һала, уңыштарға ирешелһә, ысын күңелдән шатлана.

– Районыбыҙҙа быйыл яҡташтарыбыҙҙың яратҡан ял урынына әүерелгән Аҡҡош күле биләмәһен яңыртыу ауылдаштарыбыҙ өсөн айырыуса һөйөнөслө булды, – тип яңылыҡтары менән уртаҡлаша Әнибә Шафиҡова. – Ул беҙҙең райондың ғәжәп тәбиғәт феномены һәм республикалағы иң ҙур карст шишмәһе. Беҙҙең Иҫке Таҙлар ауылы эргәһендә, район үҙәгенән 17 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Шишмәнең сыҡҡан урынында тәрәнлек 5,5 метрға етә, диаметры 25 метр. Бындай тәбиғәт мөғжизәһен күрмәй китеү хилафлыҡ булыр... Беҙ киләсәктә унан туристар ағымы өҙөлмәҫ тип уйлайбыҙ.

 Белеүебеҙсә, район биләмәһендә йылға-шишмәләр аҙ түгел, туҡһанға яҡын иҫәпләнә. Белгестәрҙең әйтеүенсә, Йүгерек Танып (БыстрыйТанып)  йылғаһы бассейнындағы һыу ҡатылығы менән айырыла, унда органик матдәләр күп. Һыу ресурстарын һаҡлауға районда ҙур иғтибар бирелә, ул да социаль-иҡтисади үҫештең мөһим бер өлөшө. Республикала карст һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән шишмәләрҙең иң ҙурыһы – Нуриман районындағы Красный Ключ сығанағы, ә Иҫке Таҙларҙағы тәбиғәт мөғжизәһе уның “ҡәрҙәше”, тик күпкә бәләкәйерәк. Тәбиғәттә һирәк осраусы был үҙенсәлекле күренеште киләсәк быуындар өсөн һаҡлауҙы борайҙар мөҡәтдәс бурысы тип иҫәпләй.

 Оло юлдан түбәнгә төшкән, Аҡҡош күленә яҡынлашҡан һайын уның төҙөкләндерелгән биләмәһе нығыраҡ күҙгә салына. Сәйәхәтселәрҙең машинаһы өсөн парковка эшләнгән, йәйәүлеләр өсөн асфальт юлдар, ял итеүселәр өсөн беседкалар, эскәмйәләр ҡуйылған, электр уты үткәрелгән. Был урындың үҙенсәлегенә ярашлы яңы арт-объекттар ҡуйылған. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған ике аҡҡош ҡунаҡлаған бейек колонналар мөһабәтлеге менән таң ҡалдыра.

Тыныс көндәр юрап һәммәбеҙгә

Ҡояш балҡып торһон күгемдә,

Юлаусылар туҡтап хәл йыйһындар

Борай ере – Аҡҡош күлендә!–

тигән шиғри юлдар менән сәләмләй беҙҙе Аҡҡош күле. Зәңгәр-йәшел төҫтәге сөм шәшкеләй ялтырап ятҡан, ҡышҡыһын да туңмаған, төбө үтә күренмәле һыу ятҡылығы теште ҡамаштырырлыҡ һыуыҡ та булып сыҡты. Һыу төбөндә ялтыраған аҡса тәңкәләре ап-асыҡ күренә, кешеләр бында иң изге теләктәрен теләп, уйҙарын бары яҡшылыҡҡа юрай. Никахлашыусы йәштәрҙең тап ошо саф һыулы, матур күлгә килеүе ғәжәп тә түгел. Уларҙың яңы тормош башлау алдынан иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн дә ҡулайлы арт-объекттар етерлек.

– Аҡҡош күлен райондың йөҙөк ҡашына әүерелдереү идеяһы күңелдә күптән йөрөй ине. Туҡай ауылында мәсет асҡан саҡта район хакимиәте башлығы биләмәне төҙөкләндереү маҡсатында эш ҡушҡайны. Шул саҡта етәксе менән яҡындан һөйләшеп, идея менән уртаҡлашырға форсат тыуҙы, – ти ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнаған Тимерхан Зәки улы Хәзетдинов. – Ожмах ҡошо иҫәпләнгән, йортҡа шатлыҡ һәм муллыҡ килтереүсе тауис та, мәңге йәшел пальмалар ҙа, төрлө төҫтәге матур күбәләктәр ҙә биләмәгә йәм бирә. Мин был арт-объекттарҙы бетондан ҙур ихласлыҡ менән тиҙ арала эшләнем. Ә был ҙур-ҙур таштар Ҡариҙел районынан килтерелде. Шыршы аллеяһы биләмәне биҙәй, бик күптәрҙең хеҙмәте менән тыуҙырылды был гүзәллек.

Тимерхан Зәки улы махсус белем алмаһа ла, күңеле менән рәссам, ижадсы. “Матурлыҡҡа ғашиҡмын, бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү менән мауыҡтым, аҙаҡ йорттарҙа евроремонт эшләнем, ул да ижадсы булыуҙы талап итә. Әле төҙөлөштә оҫтамын”, – ти ул.

Аҡҡош күле тураһындағы легенданы ауыл кешеләре яҡшы белә. Әнибә Лотфулла ҡыҙы әйтеүенсә, революцияға тиклем Киҙгән йылғаһында Шәрәфи исемле бай купецтың тирмәне өсөн плотина төҙөлгән була. Тирмән был төбәктә иң ҙуры иҫәпләнгән, халыҡ бында төрлө тарафтарҙан ағылған. Хатта сираттарын көтөп, ошонда ҡунырға мәжбүр булғандар. Быуа арҡаһында йылға ярҙарын һыу баҫып, әллә күпме километрҙарға йәйелгән. Аҡрынлап ҙур күл барлыҡҡа килгән, яр буйҙарын ҡамыштар ҡаплаған, ҡырағай ҡоштар оялай башлаған. Был урын аҡҡоштарға ла бик оҡшаған. Ололар ҡалдырған хәтирәләргә ҡарағанда, төбәктә тормош ҡайнап торған, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем был ғорур ҡоштар күлдә хакимлек иткән. Йыл һайын бында килеп оя ҡорған, бала сығарған ҡоштарға ҡарап тороуы ниндәй ҙур кинәнес  булған! Әммә ваҡыт үтеү менән электр тирмәндәре һыу тирмәндәрен ҡыҫып сығарған, быуа ла эшлектән сыҡҡан. Киҙгән йылғаһы һыуы элекке ярҙарына ҡайтҡан. Ҡоштар үҙҙәренә башҡа төйәк тапҡан. Бары егәрле шишмә генә хеҙмәт итеүен дауам иткән. Шуныһы ҡыҙыҡ, аҡҡоштарҙың бер пары ғына йыл һайын осоп килер һәм көҙгәсә күлдә йәшәр булған. Риүәйәттәрҙең береһендә әйтелгәнсә, бер йүнһеҙ әҙәм аҡҡоштарҙың береһен атып үлтерә. Яңғыҙ ҡалғаны, әхирәтен юғалтҡас, аяныслы тауыштар менән ауыл өҫтөнән осҡан. Етем ҡалған ҡошто кешеләр йәлләп, ашатып та ҡараған. Тик ул әхирәтен юҡһыныуҙан ни эшләргә белмәй, уҡтай юғарыға атылып, таш кеүек ергә осоп килеп төшкән. Тап шул хәлдән һуң аҡҡоштар был тарафтарға килеүҙән туҡтаған, имеш... Ә ҡайғыға батҡан аҡҡош ҡарғышы теге әҙәм аҡтығы башына төшмәй ҡалмаған тиҙәр. Легенда күңелһеҙ тамамланһа ла, ҡайһы берәүҙәр өсөн әсе һабаҡ булырлыҡ. Моғайын, күптәр быны ишетеп, тыуған яғына, тәбиғәтенә ҙур хөрмәт менән ҡарар, һөйөү менән бағыр төҫлө.

 Борай районы хакимиәте етәкселегенең биләмәне төҙөкләндереүе, экологик яҡтан яҡлауы маҡтауға лайыҡ. Был мәсьәләне күтәреп сыҡҡан һәм ошо оло эштә ҡатнашҡан яҡташтары булыуы үҙе мәртәбә. Аҡҡош күле биләмәһен төҙөкләндереү проекты “Ауыл биләмәһен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы башҡарылған. Хәҙер был урын мәңгелек һөйөүеңде белдереү, тоғролоҡ һәм тантаналы ант биреү урыны, ни өсөн тигәндә, бөтә туйҙар, никахтар, теләктәр Аҡҡош күленән башлана. Ҡояш нурҙарында ялтырап, зәңгәр һыу төбөндә ятҡан тәңкәләрҙә теләктәрҙең иң серлеһе, ысын күңелдән әйтелгәне. Аҡҡоштарҙың яңынан был төбәкте төйәк итеренә иманыбыҙ камил.

Динә Арыҫланова.

Борай районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Тәңкәләрҙә – теләктәрҙең иң серлеһе
Тәңкәләрҙә – теләктәрҙең иң серлеһе
Тәңкәләрҙә – теләктәрҙең иң серлеһе
Тәңкәләрҙә – теләктәрҙең иң серлеһе
Тәңкәләрҙә – теләктәрҙең иң серлеһе
Тәңкәләрҙә – теләктәрҙең иң серлеһе
Тәңкәләрҙә – теләктәрҙең иң серлеһе
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: