Баҡһаң, кәбеҫтәне полиэтилен мешоктарҙа ла тоҙлап була икән. Хәҙер күп урынды алған банкалар ҙа, ҙур-ҙур бактар ҙа кәрәкмәй. Пакетта тоҙланған кәбеҫтә – был тиҙ һәм ябай ысул.
Ғәҙәттә, пакетта кәбеҫтә тоҙлау өсөн әллә нәмә лә кәрәк түгел. Ни бары:
Кәбеҫтә – 1 кг;
Кишер – 1 дана;
Тоҙ – 1 аш ҡалағы;
Тмин – 1 сәй ҡалағы. Теләгегеҙ булһа, әнис, борос, лавр япрағы кеүек башҡа тәмләткестәр һалырға мөмкин. Кемдер бер аш ҡалағы шәкәр ҙә өҫтәй, тик ул был рецептта артыҡ кеүек.
Әҙерләү бик еңел. Кәбеҫтәне турарға, кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә. Йәшелсәне пакетка һалырға һәм тоҙ, тәмләткестәр өҫтәргә. Пакет эсендә бутарға һәм башын бәйләп ҡуйырға. Бүлмә температураһында бер тәүлеккә ҡалдырабыҙ, һәр дүрт сәғәт һайын бутап торабыҙ.
Тәүлек үткәс һыуытҡысҡа алып ҡуйырға. Ике-өс көндән тоҙло кәбеҫтә әҙер була.
Эшләп ҡарайыҡ әле!
Фото: видеонан скриншот.