Ҡаҙ ярата йылғаны,
Йөҙә лә ул, сума ла ул,
Һыу үҫтерә бит уны ,
–тиһәләр ҙә бары уңғандар ғына ихата тултырып ҡаҙ үҫтерә ала.Көҙ етеп, ҡар төшә башлау менән ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башлана. Ауылдаштарға был мәшәҡәтле эш тә байрам кеүек. Балтас районының Түбәнге Һикеяҙ ауылында йәшәгән Әлфира һәм Ринат Ғәлиевтар ғаиләһе быйыл 19 баш ҡаҙ үҫтергән. Ял көндәренең береһендә улар күрше-күлән, туған-ырыуы менән өмә үткәрҙе, тип яҙа “Балтач таңнары”.
Күмәкләп ҡаҙ йолҡоу, эшкәртеү борондан килгән матур йола. Ғәлиевтарҙың кесе ҡыҙҙары Ранияға ла өмә бик оҡшаны, ул эш уртаһында ҡайнаны. Ҡаҙ түшкәләре ризыҡларына яҙһын, тип теләй өмәселәр.