Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
23 Ноябрь , 13:00

Шәңкә бешергәнегеҙ бармы?

Бына ҡарағыҙ, Тәскиә апай нисек бешерә. Еңел дә, тәмле лә! 

Шәңкә бешергәнегеҙ бармы?
Шәңкә бешергәнегеҙ бармы?

"Мин 250 грамм йылы һөткә бер аш ҡалағы ҡоро сүпрә ("Люкс" тигәне яҡшыраҡ), самалап тоҙ, шәкәр ҡомо, бер йомортҡа, 200 грамм үҫемлек майы алам. Тәүҙә әсетке яһайым: һөт, сүпрә, шәкәр ҡомона ике аш ҡалағы он өҫтәп, ҡабартырға ҡуям. Унан ҡамыр баҫабыҙ. Үҫемлек майын ҡамырға тулыһынса һалмайбыҙ, йәғни яртылаш ҡына ҡоябыҙ. Ҡамыр бер тапҡыр ҡабарғас, майҙың икенсе өлөшөн һалып, тағы баҫабыҙ. Бындай ҡамыр мамыҡ кеүек була.

Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп, шарҙар яһап, табаға теҙәбеҙ ҙә ҡул менән генә йәйәбеҙ. Табала килеш ҡабарғас, уртаһына ҡул менән уйымдар яһап, яҡшы итеп иҙелгән картуфты йәлләмәйенсә һалып сығабыҙ. Ике йомортҡа һарыһына өс-дүрт аш ҡалағы һөт ҡушып туғып, шәңкә өҫтөнә һөртәбеҙ. 

200-220 градус эҫелектәге мейестә бешереп алабыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Тәскиә апағыҙ", - тип шәңкә рецебы менән уртаҡлашты ул.  

Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/club131678402

Шәңкә бешергәнегеҙ бармы?
Шәңкә бешергәнегеҙ бармы?
Шәңкә бешергәнегеҙ бармы?
Шәңкә бешергәнегеҙ бармы?
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: