Һөткә ике ҡалаҡ тоҙ һалып утҡа ултыртыртабыҙ һәм 200 г ҡаймаҡҡа алты йомортҡа һалып ныҡлап туҡырға ла, һөткә ҡушып болғатырға. Һөт яйлап эремсекләнә, һыуы бүленеп сыға башлай. Сыр ҡаҙан төбөнә йәбешмәһен өсөн һәр ваҡыт булғап торорға кәрәк.
Дуршлагҡа ҡат-ҡат итеп марля йәйеп, ҡайнап сыҡҡан сырҙы һалырға. Һыуы һарҡып бөткәс, ҡаплап, өҫтөнә һыу менән тулы өс литрлы банканы ултыртып ҡуйырға. Биш сәғәттән сыр әҙер. Уны һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Ҡаймаҡ урынына кефир алырға ла була. Тағы ла сыр ҡайнаған саҡта йәшел йәки киптерелгән тәмләткестәр өҫтәп уны үҙенсәлекле тәм менән эшләргә була.
Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.