Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
25 Ноябрь , 15:45

"Башҡортостан каникулдары" юғары баһа алды

Радий Хәбиров телепроект авторҙарына республика Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

"Башҡортостан каникулдары" юғары баһа алды
"Башҡортостан каникулдары" юғары баһа алды

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров “Башҡортостан каникулдары” телепроекты авторҙарына республика Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сыҡҡан тапшырыу XXIII “ТЭФИ-Төбәк” Бөтә Рәсәй конкурсының “Танып-белеү тапшырыуы” номинацияһында еңеү яуланы.

“Башҡортостан каникулдары” – ул тревел-шоу форматында телетапшырыуҙар циклы. Һәр сығарылыш республиканың айырым районына йәки һайланған темаға, Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына, милли аш-һыуға, йолаларға, һөнәрселәргә һәм тыуған төйәгенең тарихын һаҡлау менән шөғөлләнгән кешеләргә арналған. Проект Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. 18 августа Башҡортостан юлдаш телеканалында өсөнсө тапшырыу миҙгеле башланды.

Радий Хәбиров “Башҡортостан каникулдары” программаһының юғары кимәлдә әҙерләнеүен билдәләне һәм “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы генераль директорының махсус проекттар буйынса урынбаҫары Дмитрий Кареткоға һәм “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды идараһы рәйесе Альбина Ҡасимхановаға республика Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

– “ТЭФИ-Төбәк” конкурсында еңеү – һис шикһеҙ, “Башҡортостан каникулдары” проекты авторҙарының уңышы һәм бик сифатлы программаны таныу ул, – тине Радий Хәбиров. – Был, ысынлап та, ҙур әһәмиәткә эйә, республиканы үҫтереү буйынса ҙур эштең бер элементы.

Телетапшырыу авторҙары үҙ сиратында республика етәкселегенә проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Ярҙам күрһәткәнегеҙ һәм тыуған төйәктең тәбиғәте һәм мәҙәниәте тураһында һөйләргә мөмкинлек биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Республика һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре халҡын Башҡортостан менән киң таныштырыу бик мөһим, – тине Дмитрий Каретко.

Альбина Ҡасимханова профилле министрлыҡ һәм ведомстволарҙың, шулай уҡ муниципалитеттарҙың “Башҡортостан каникулдары” программаһы сығарылышын булдырыуҙа булышлыҡ итеүен билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: