Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
26 Ноябрь , 13:00

Ошолай эшләһәгеҙ, манты ҡамыры йыртылмаҫ

Был рецепт менән Тәскиә Вәғизова уртаҡлашты. Ул билмәнгә, хатта чебурекка ла бара, ти уңған хужабикә.

Ошолай эшләһәгеҙ, манты ҡамыры йыртылмаҫ
Ошолай эшләһәгеҙ, манты ҡамыры йыртылмаҫ

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә уңған хужабикә Тәскиә Вәғизова үҙе яратып ҡулланған ҡамыр рецебы менән уртаҡлашты.  “Бындай ҡамыр манты, билмән, чебурекка бара”, - тип яҙҙы ул.

Бер стакан ҡайнар һыуға самалап тоҙ, бер стакан он һалып, тиҙ генә болғарға. Унан һуң ике аш ҡалағы үҫемлек майы, ике-өс йомортҡа өҫтәп, он ҡушып ҡамыр баҫырға һәм бер аҙ ял иттереп алырға. Ҡамыр пластилин кеүек булырға тейеш, тип кәңәш итә хужабикә.

Бындай ҡамыр эшләгәндә йыртылмай, туңдырыу өсөн дә һәйбәт, үҙе бик тәмле лә.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/sovet1001receipt

 
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: