Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
29 Ноябрь , 18:00

"Оливье"ға алма йәки сыр һалып ҡарағанығыҙ бармы?

Теге йырсы Баста бар бит әле, шуның өләсәһе ошондай рецепт менән эшләгән икән.  

"Оливье"ға алма йәки сыр һалып ҡарағанығыҙ бармы?
"Оливье"ға алма йәки сыр һалып ҡарағанығыҙ бармы?

Аш-һыу оҫтаһы Фаягөл Камалетдинова-Миңлебаева үҙенсәлекле рецепт тураһында яҙма менән уртаҡлашты.

"Бейемем "Оливье"ға йәшел алма һалғанына аптырай торған инем, был рецепт тағы ла нығыраҡ аптырарлыҡ. "Оливье" түгел "Василье" тей ирем. 

Теге йырсы Баста (Василий Вакуленко) бар бит әле, шуның өләсәһе ошондай рецепт менән эшләгән икән. Картуф урынына голланд сыры һалырға, майонез менән ҡаймаҡты 1:1 итеп бутап, салатты ошо ҡатнашма менән болғарға.

Ҡыҙыҡ салат. Һеҙ "Оливье" яратаһығыҙмы?" - тип яҙҙы Фаягөл.

Ә һеҙ "Оливье"ны ғәҙәти рецепт буйынса эшләйһегеҙме, әллә ошолай үҙегеҙсә тәжрибәләр үткәрәһегеҙме? 

Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/fkamaletdinova

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: