Интернет селтәрендә төрлө рецепттары, аш-һыу әҙерләүгә ҡағылышлы кәңәштәре менән ихлас уртаҡлашҡан Тәскиә Вәғизова был юлы кетерләп кенә торған ҡамыр рецебын тәҡдим итте.
"Хәйерле көн, ҡыҙҙар! Һеҙ һораған инегеҙ ҡайнаған һыуға баҫылған (заварной) ҡамыр рецебынан өсмөйөш нисек була тип, ҡатлы ҡамырҙыҡы кеүек килеп сыға икән.
Бына рецебы: бер стакан ҡайнар һыу, бер-ике йомортҡа, 12 аш ҡалағы үҫемлек майы алына. Ҡайнар һыуға бер-ике стакан ондо һалып бутайбыҙ. Тоҙ, йомортҡа, үҫемлек майы ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Уны бер аҙ ял иттереп алырға кәрәк. Мин бик йоҡа итеп яһаным, әммә бер ҙә генә лә тишелмәне. Эслегенең һурпаһын һеңдереп, кетерҙәп кенә торған ҡамыр булып беште. Иҫ киткес тәмле! Мин был ҡамырҙы күп итеп яһап, һыуытҡысҡа ҡуйып торам. Мәҫәлән, кисә ошо ҡамырҙан ҡыҫтыбый бешерҙем. Ҡалған ҡамырҙы йәйеп, картуф, ҡаҙ ите, һуған турап, бәлеш иттем. Туңдырғысҡа ҡуйһағыҙ ҙа бирешмәй, шулай уҡ тәмле була.
Ихтирам менән - Тәскиә апағыҙ".
Фото һәм сығанаҡ: Тәскиә Вәғизованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.