Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
1 Декабрь , 00:25

Бит тиреһен йәшәртеү өсөн

Үҙебеҙгә 15-20 минут ваҡыт йәл түгел, шулай бит, дуҫтар?

Бит тиреһен йәшәртеү өсөн
Бит тиреһен йәшәртеү өсөн

Бит тиреһен һаҡлау, йәшәртеү, сафландырыу, дымландырыу өсөн аҙнаһына ике-өс тапҡыр битлек яғып тәрбиәләргә кәрәк, ти косметологтар. Бит тиреһенең тибына ҡарап, һәр кем үҙенә тап килгәнен, килешкәнен һайлай ала. Түбәндә - бер нисә рецепт.

Һоло яҫмығынан битлек. Өс-дүрт ҡалаҡ яҫмыҡты эҫерәк һөт йәки һөт өҫтө менән болғатырға. Массаны йылы килеш бит, муйын тиреһенә яғырға. 15-20 минут тотҡас, йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. Бындай япма ҡоро, ярылған тирене дымландыра, йомшарта.

Кефир битлеге. 100-200 миллилитр майлылығы юғары кефир йә ҡаймаҡ кәрәк. 15-20 минут арауығында тирегә уны ҡат-ҡат һөртөргә. Шунан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. Был - ҡоро тире өсөн бик яҡшы битлек.

Эремсектән битлек. Икешәр ҡалаҡ творог, кишер һуты, зәйтүн майы, һөт алына. Уларҙың барыһын бергә ҡушып яҡшылап болғатҡас, таҙа бит тиреһенә ҡалын итеп яғабыҙ. 15 минуттан йылы һыу менән йыуабыҙ. Бындай битлек менән тире бик яҡшы туҡлана.

Бал менән битлек. Ике ҡалаҡ балға бер ҡалаҡ һоло яҫмығы, ике балғалаҡ һөт һалып болғатабыҙ. Ҡуйы массаны биткә һөртөп, 15-20 минут тотҡас, йыуып төшөрәбеҙ. Кемдең балға аллергия - уларға бындай сара ярамай.

Банан битлеге. Ярты бананды ҡалаҡ менән иҙеп, берәр балғалаҡ майлы крем һәм зәйтүн майы, ярты балғалаҡ лимон һуты ҡушып яҡшылап болғатырға. Уны биткә яғып, 15-20 минут тотҡас, яҡшылап йыуып төшөрөргә. Бындай сара бит тиреһен туҡландыра, сафландыра, ярылыуҙан һаҡлай.

Фото: Г. Дауытова.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: