Һыуытҡыс – беҙҙең бөгөнгө тормошта үтә лә мөһим урын алған көнкүреш технкаһы. Үкенескә ҡаршы, ул йыш ҡына еҫләнеп, беҙгә өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырып ҡуя. Әлбиттә, быны булдырмауҙың иң тәүге ҡағиҙәһе – һыуытҡысты таҙа тотоу, ҡулланыу срогы сыҡҡан аҙыҡ-түлекте ваҡытында ташлап, “ревизия яһап” тороу. Тағы ла бер ҡағиҙә – ныҡ еҫ бүлгән йәки еҫте тиҙ һеңдергән ризыҡтар мотлаҡ ҡапҡаслы контейнерҙа йәки полиэтилен ҡапсыҡ эсендә ҡуйылһын.
Һыуытҡыстағы насар еҫте бөтөрөү өсөн берәй һауытҡа һалып тоҙ, дөгө ярмаһы, аш содаһы ҡуя алаһығыҙ. Шулай уҡ ҡара икмәк телеме, пакетлы сәй ҙә еҫте үҙенә һеңдерә. Тоҙ, дөгө, сода, сәйҙе оҙайлы ваҡыт тоторға мөмкин, ә икмәк телемен ике-өс көнгә бер алмаштырып тороғоҙ.
Һыуытҡыстағы насар еҫте бөтөрөп, хуш еҫ бүлеп сығарған ризыҡтар ҙа ҡуйырға була. Улар – ҡәһүә, әфлисун, мандарин ҡабығы.
Әгәр ҙә ҡул аҫтындағы ризыҡтар менән булышҡығыҙ килмәһә, бөгөн сауҙала һыуытҡыстағы еҫте бөтөрә торған бихисап төрлө махсус ҡулайламалар һатыла. Тик уларҙың сифатлыһын һатып алырға тырышығыҙ.
Фото: moreklimata.ru