Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
5 Декабрь , 08:00

“Оливье” менән “Шуба”нан күпкә тәмлерәк

Яңы йыл өҫтәленә тәмле һәм үҙенсәлекле “Бонапарт” салаты тәҡдим итәбеҙ.

“Оливье” менән “Шуба”нан күпкә тәмлерәк
“Оливье” менән “Шуба”нан күпкә тәмлерәк

Яңы йыл һайын бер үк классик салаттар әҙерләү ялҡытманымы? Иғтибарығыҙға “Бонапарт” тип аталған салат тәҡдим итәбеҙ. Уның тәме бик нәзәкәтле, шул уҡ ваҡытта салат туҡлыҡлы ла.

Ингредиенттар:

Тауыҡ филеһы - 500 грамм;

бәшмәк - 300 грамм;

кишер - 2 дана;

сыр - 300 грамм;

йомортҡа - 4 дана;

картуф - 3 дана;

һуған - 1-2 дана;

майонез – 200 грамм;

тоҙ, борос - тәме буйынса;

Үҫемлек майы - 1-2 аш ҡалағы.

Әҙерләү:

Тауыҡ итен, шулай уҡ кишер менән картуфты, йомортҡаны бешереп алабыҙ.

Һуғанды ваҡ итеп турарға һәм табала ҡыҙҙырырға. Өҫтөнә ваҡ итеп туралған бәшмәкте һалып, бергә алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ.

Бешеп сыҡҡан итте һәм картуфты ваҡ итеп турайбыҙ. Тәрилкәнең иң аҫтына бәрәңге һалабыҙ, тоҙлайбыҙ, борослайбыҙ. Уның өҫтөнә бәшмәкте йәйеп һалабыҙ һәм бер ҡат майонез һөртәбеҙ. Артабан тауыҡ ите. Кәрәк булһа, уны ла тоҙларға һәм боросларға була. Кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ һәм өҫтөнә майонез һылайбыҙ. Артабан ҡырғыс аша үткәрелгән йомортҡа. Иң өҫкө ҡатҡа ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сыр һалына. Оҡшағанса салатты биҙәйбеҙ һәм ашарға була!

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: