Эргәңдә битараф булмағандар күберәк булған һайын тормош йәнләнә һәм йәмләнә төшкәндәй. Бына,мәҫәлән, Федоровка районының Аҡбулат ауылында йәшәгән Василий Кроловецкий изге йола буйынса Яңы йыл килеүенә әҙерләнеп, Ҡыш бабайҙы байрамса ҡаршыларға йыйына. Мөғжизәгә ышанырға кәрәк, шул саҡта хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы бар, ти йорт хужаһы.
Уның йорт фасадында киләһе йыл символдары урын алған. Йыл һайын Василийҙың ижади офоҡтары киңәйә, байрамды яңы биҙәктәр менән байыта. Үҙенең ихатаһын матур итеп биҙәп, башҡаларҙың да кәйефен күтәрә. Оҙаҡламай ауылдаштары уның хеҙмәтен баһалап, ижад емештәре менән танышасаҡ. Олоһо ла, кесеһе лә Яңы йыл мөғжизәһен түҙемһеҙлек менән көтә. Килегеҙ, күрегеҙ, кәйефегеҙҙе күтәрегеҙ!– ти йорт хужаһы.