Башҡортостандың халыҡ артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Вәхит Хызыров өсөн киләһе йыл юбилейлы буласаҡ – 60 йәшен ҡаршыларға йыйына. Йылан йылында донъяға килгән билдәле артист менән әңгәмә шыуышыусыларға бәйле хәтирәләрҙән башланды.
– Бала саҡта йылындан ныҡ ҡурҡтым. Бигерәк тә сабынлыҡта күп була торғайнылар, бакуйҙарҙа ҡыҙынышып ятырҙар ине. Шунан ағайҙар: “Йылан күрһәң, үлтерә һуҡ, ҡурҡыуың бөтөр”, – тип өйрәтте. Бер нисә йыланды һәнәк менән юҡ иттем, һәм ҡурҡыуым, ысынлап та, бөттө. Хәҙер шул ҡылығыма ныҡ үкенәм, иҫемә төшһәләр, эстән генә ғәфү үтенәм. Улар ҙа бит Хоҙай яратҡан бер йән эйәләре.
Бала саҡта ҡара йыландың бәпәйләгәнен күргәнем булды. Беҙҙең Әбйәлил яғында муйыллыҡтар күп бит. Инә йылан муйыл ботағына эленеп тора ла ергә тыпылдатып унлаған балаһын төшөрә. Ә улары бигерәк йылғыр: ергә төшөү менән тирә-яҡҡа шыуышып таралышалар. Ҡасып өлгөрмәгәндәрен инәләре ашай. Тыуғанда уҡ ағыуҙары була.
Өфөлә Дим буйындағы баҡсамда туҙбаш йыш осрай. Инәләре ике метрлыҡ, үҙҙәре минең беләк йыуанлығындай. Әбйәлил туҙбаштары күпкә йәтеш. Был йыландарҙың шундай үҙенсәлеге бар: йәшәгән ерҙәрендәге тупраҡтың төҫөн алалар. Балсыҡлы ерҙә йәшәгәндәренең арҡаһы – һор, эсе аҡ була. Былар – минең күҙәтеүҙәр.
Ҡытайҙа гастролдә саҡта беҙҙең филармония артистарын бер ресторанға алып барҙылар. Унда террариумда кобралар мыжғыша. Ашнаҡсы ир береһен йәһәт кенә тотоп, башын өҙә сабып ебәрҙе, тиреһен колготки һымаҡ ҡына һыҙырып та ташланы. Өҫтәлгә һалғайны, метр ярымдай сосискаға оҡшаттым. Шул йыландан аш бешереп тәҡдим иттеләр. Минең тамаҡҡа барманы бындай аш.
Австрияның Грац ҡалаһында бер кешенең шәхси зоопаркында үҙ ғүмеремдәге иң ҙур йыландарҙы күрҙем. Үтә күренмәле ҡалын пластик террариумда 10 метр 75 сантимертлыҡ тау питоны ята ине. Үҙе минең йыуанлыҡта, әйләнә лә алмай. Беҙ килерҙән бер нисә көн алда ул антилопаны йотҡан булған. Был ризыҡ уға ярты йылға етә икән.
Икенсе террариумда 5 метр 45 сантиметрлыҡ кобра ике метрҙай бейеклеккә ҡалҡынып ҡарап тора ине, быялаһы ағыуына буялып бөткәйне.
– Йыландарҙы аҡыллы, әммә үсләшеүсән, тиҙәр...
– Эйе, мин үсләшеүсән, тик сағып тормайым, шунда уҡ быуып һалам (көлә), әммә аҡыллымын тип маҡтана алмайым. Күптәр, аҡыллы булыр өсөн күп китап уҡырға кәрәк, тип уйлай. Бындай фекер менән килешмәйем. Китап – ул мәғлүмәт сығанағы, ә аҡылды һиңә тормош ҡаҡҡыллап-һуҡҡылап һеңдерә. Алты мең китап уҡыным, тип маҡтанған кешене беләм, ләкин өс-дүрт класс белеме булған 87 йәшлек әсәйем уның эргәһендә күпкә аҡыллы. Академик Дмитрий Лихачев та был хаҡта шулай тигән: “Себерҙә саҡта ирле-ҡатынлы менән таныштым. Улар үҙ ғүмерендә ни бары бер дини китап уҡыған, әммә мин белгән барлыҡ кешеләрҙән дә аҡыллыраҡтар”.
– Аждаһа йылы ниндәй ваҡиғалары менән иҫегеҙҙә тороп ҡаласаҡ.
– Һаулыҡ яғынан бик ауыр килде – өсөнсөгә инсульт кисерҙем, әммә шатлыҡлы ваҡиғалары был һынауҙы еңергә ярҙам итте.
Тәүге тапҡыр олатай булдым – ейәнем Артур донъяға килде. Бигерәк матур бала инде, йылмайып ебәрһә, хас үҙем!
Өсөнсө китабымды тамамланым, компьютерҙа йыяһы ғына бар. Икенсе китабым ике йыл элек Мәскәүҙә “Империя культуры” конкурсында беренсе урынды алғайны. Быныһы – уның дауамы.
1 октябрҙә, Халыҡ-ара музыка көнөндә, уҡыусыларым, хәҙер инде билдәле артистар, бик ҡиммәтле һәм заманса пианино бүләк итте, ул эшемдә ныҡ ярҙам итә.
Тағы ла һөйөндөргән яңылыҡ – 28 йыл лекторийҙа эшләгәндән һуң кире эстрада төркөмөнә ҡайттым һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадированың командаһы менән республика буйлап гастролгә сыҡтым. Халыҡ мине белмәйҙер, тиһәм, белә икән, һәр ерҙә бик йылы ҡаршы алдылар.
Әлеге мәлдә тамашасының матур мөнәсәбәте миңә айырыуса ныҡ кәрәк.
Йылан йылында Аллаһҡа нығыраҡ яҡынайырға, йәғни намаҙға баҫырға теләйем.
Фото: Вәхит Хызыровтың шәхси архивынан.