Матур үтһен ялығыҙ
17 Декабрь 2024, 13:00

Айгөлдән – ҡабаҡлы синнабон

Маһир хужабикә, аш-һыу оҫтаһы Айгөл Иҙрисова “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә тәмле генә рецепт өлгөһө менән уртаҡлашты. “Синнабон ашай торған нәмәме?” – тип көлдөргәйне Гөлгөнә һылыуым", - тип яҙҙы ул. 

Айгөлдән – ҡабаҡлы синнабонАйгөлдән – ҡабаҡлы синнабон
Айгөлдән – ҡабаҡлы синнабон

Маһир хужабикә, аш-һыу оҫтаһы Айгөл Иҙрисова “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә тәмле генә рецепт өлгөһө менән уртаҡлашты.

“Синнабон ул ашай торған нәмәме?” – тип көлдөргәйне Гөлгөнә һылыуым, мин туғандар чатына шул тәмлекәсте бешерергә йөрөйөм тип яҙғас. Исеме бигерәк ят бит. Баҡтиһәң, бөтөн донъяға билдәле тәмле, кремле булкалар икән.

Өфөлә пекарняла эшләгәндә иң яратмағаным шул синнабон бешереү булды. Мәшәҡәтле һымаҡ күренә ине. Бер аҙна элек ҡыҙыҡтырғыс рецепт осраттым. Нимәһе ҡыҙыҡ тойолдо миңә: ҡамырына ла, эслегенә лә ҡабаҡ пюреһы кәрәк икән.

Бешереп ҡарайбыҙмы?

Ҡамыр: 200 мл һөт, 30 грамм прессланған йәки 10 грамм ҡоро сүпрә, 120 грамм шәкәр, 2 йомортҡа, 200 грамм ҡабаҡ пюреһы, 1 әфлисун ҡабығы (ваҡ ҡырҡыс аша), семтем генә куркума (0,5 сәй ҡалағы һалдым), 5 грамм ваниль шәкәре, 60 грамм аҡ май, 5 грамм тоҙ, 650 грамм он.

Иң тәүҙә 200 мл һөткә сүпрә, 1-2 ҡалаҡ шәкәр, ныҡ ҡуйы итмәй генә он өҫтәп, 20 минутҡа әсетергә ҡуябыҙ. Матур ғына итеп күҙләнеп торған шыйыҡсаға ҡалған ингредиенттарҙы һалабыҙ. Майҙы иң аҙаҡҡа ҡалдырабыҙ. 10 минут тирәһе баҫҡас майҙы өҫтәп, тағы 6-7 минут баҫабыҙ. Сүпрәһенә ҡарап, ҡабарыу ваҡыты ла төрлөсә. 1-1,5 сәғәт тирәһе ҡабарырға тейеш.

Шул ваҡыт эсендә эслек (начинка) әҙерләйбеҙ. Уның өсөн: ҡабаҡ пюреһы - 150 грамм, шәкәр - 50 грамм, корица - 1 аш ҡалағы, 40 грамм аҡ май алына.

Өҫтөнә һөртөргә крем: эремсекле сыр - 200грамм, шәкәр пудраһы - 60 грамм, яңы һығылған әфлисун һуты - 35 мл. Өҫтөн биҙәү өсөн 40 грамм ҡыҙҙырылған грек сәтләүеге кәрәк.

Кремды эшләү өсөн иң тәүҙә эремсекле сырға шәкәр ҡомо ҡушып, 1 минут тирәһе миксерҙа туҡыйбыҙ. Аҙаҡ әфлисун һутын өҫтәп, тағы 5 секунд әйләндерәбеҙ.

Ҡамыр ҡабарҙы. Тип-тигеҙ ике өлөшкә бүләбеҙ. 40 ×60 см ҙурлығында зур йәйем йәйәбеҙ. Мин туҡмас таҡтама линейка менән билдәләп алдым, яҡынса белер өсөн, аҙаҡ ҡул өйрәнә ул. Етерлек размер йәйелгәс, эслектең яртыһын беренсе йәйемгә тигеҙләп һылайбыҙ. Ипләп кенә рулет һымаҡ төрәбеҙ. Рулетты 10 өлөшкә бүләбеҙ. Һәр булканы уртаһына баҫа биреп, табаға теҙеп сығабыҙ. Әгәр мөмкинлек булһа, ике табаға теҙегеҙ. 30 минут ҡабарып ултырһындар.

180° градуслы мейестә 20-30 минутта бешеп тә сығалар. Һыуынғас, әскелтем кремды мул ғына буяп ҡуябыҙ. Иң өҫтөнә ҡыҙҙырылған грек сәтләүеге һипһәң, тағы ла тәмлерәк була.

Уҡығанда ғына ауыр һәм мәшәҡәтле һымаҡ. Каникулдар алда, бешереп ҡарағыҙ! Үкенмәҫһегеҙ!

 Сығанаҡ: Айгөл Иҙрисованың “Бәйләнештә”ге сәхифәһе (https://vk.com/id681067306)

 

Айгөлдән – ҡабаҡлы синнабон
Айгөлдән – ҡабаҡлы синнабон
Айгөлдән – ҡабаҡлы синнабон
Айгөлдән – ҡабаҡлы синнабон
Айгөлдән – ҡабаҡлы синнабон
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас