Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
21 Декабрь , 19:00

Мунса инеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар

Мунсаның ниндәй сихәт биргәнен барыбыҙ ҙа белә. Тик беҙ дөрөҫ сабынып-йыуынабыҙмы һуң? Ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.

Мунса инеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар
Мунса инеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар
Мунсаның ниндәй сихәт биргәнен барыбыҙ ҙа белә. Бигерәк тә һалҡын ваҡытта иң рәхәт урын инде ул. Тик беҙ мунсаны дөрөҫ инәбеҙме һуң?
 
Йыуыныуҙың төп ҡағиҙәләре
 
Мунсала йыуыныу өсөн иң ҡулай ваҡыт – кис, ауыр эштәрҙе башҡарып бөтөргәндән һуң. Ныҡлап ашаһаң, ҡайнар мунсала йыуыныуы ауыр. Ризыҡланғандан һуң кәм тигәндә 1,5 сәғәт уҙһын.
 
Кемдәрҙер мунсала һыра эсергә ярата. Былай эшләргә ярамай; йөрәгегеҙгә икеләтә көс киләсәк. Ә бына файҙалы морс, компот, үлән сәйҙәре, минераль һыуҙы бик рәхәтләнеп ҡуллана алаһығыҙ.
 
Ҡайнар ләүкәгә ултырғансы, башта өҫтөгөҙгә һыу ҡойоп, еңелсә генә йыуынып алығыҙ. Ләкин сәсегеҙҙе еүешләмәгеҙ, юғиһә эҫе һуғыуы мөмкин. Ҡатын-ҡыҙға мунсаға ингәнсе макияжын һөртөп алырға, алҡа-сылбырҙарын һалып ҡалдырырға кәрәк. Ләүкәгә менгәндә башығыҙға башлыҡ кейегеҙ йәки һөлгө урағыҙ.
 
Мунсала парланыуҙың иң мөһим ҡағиҙәһе: ҡайнар һауаға тәнде әкренләп күнектереү. Инеү менән ташҡа һыу һипмәгеҙ. Тәнегеҙ башта булған эҫегә күнекһен, аҙаҡ инде пар бирһәң дә ярай. Ләүкәлә ултырыу түгел, ятыу яҡшыраҡ. Ауыҙ түгел, танау менән һулағыҙ. Кемгәлер яҡшылап тирләү өсөн биш минут та етә, бәғзеләргә ярты сәғәт кәрәк.
 
Ләүкәнән төшкәс, һалҡынса һыу менән ҡойоноп тәнде бер аҙ һыуытығыҙ. Ҡыйыуыраҡ булһағыҙ, ишек алдында торған һалҡын һыулы мискәгә, ҡыш көрткә һикерә алаһығыҙ. Әммә һалҡында ярты минуттан да ашыу булырға ярамай. Унан инде яңынан ләүкәгә менергә кәрәк. Хәҙер миндек менән сабынырға була.
 
Миндекте бешереүҙең дә үҙ сере бар. Иң яҡшыһы - уны кәмендә өс-дүрт сәғәт һалҡынса һыуҙа тотоу. Ваҡытығыҙ сикле булһа, ҡайнар һыуҙа бешерергә тура килә. Дөрөҫ эшләмәһәң, япраҡтары ҡойоласаҡ. Башта миндек менән тәнгә табан ҡайнар һауаны ҡыуырға кәрәк. Аҙаҡ аяҡ табандарынан башлап еңелсә генә һуҡҡылайһың. Бер аҙ шулай дауам иткәс, миндекте тәнгә ҡуйып, йоҙроҡ менән баҫҡылайбыҙ. Хәҙер нығытып сабынһаң да була!
 
Һуңғы этап - миндек менән тәнде һыйпап сығыу. Организмдың хәленә ҡарап, ләүкәгә 3-4 тапҡыр менергә кәрәк. Һуңғы мәртәбә менер алдынан тәнегеҙҙе ышҡып йыуып, скраб һөртөгөҙ. Уны, балға диңгеҙ тоҙо ҡушып, үҙегеҙ ҙә яһай алаһығыҙ. Скрабты 10 минут тотоп, һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.
Магазинда хәҙер төрлө үләндәрҙең эфир майҙары һатыла. Бер сүмес һыуға бер нисә тамсы май тамыҙып, ташҡа һалһағыҙ, мунсаның файҙаһы бермә-бер артасаҡ.
 
Сыҡҡас, бер аҙ ял итеп алыу мөһим. Бал менән тәмләп сәй эсегеҙ, яҡшылап кибенегеҙ. Еңел пар менән!
 
Фото: alexpar.ru
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: