Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡәһүә рецепты менән уртаҡлашты: өс ҡалаҡ ҡәһүә, бер аҙ кардамон һәм ҡалаҡ осонда шәкәр. Алып барыусы Альбина Ҡасимханова республика етәксеһенең ярҙамында уның яратҡан иртәнге эсемлеген әҙерләне.
– Иртән бик ауыр торам. Өкө һәм һабан турғайы кеүек кешеләр була, мин өкө категорияһынан, шуға күрә лә миңә һәр ваҡыт тороп китеүе ауыр. Шуға күрә лә тиҙерәк уянып йүгереү өсөн минең яратҡан эсемлегем – ҡәһүә. Минеңсә, яҡшы ҡәһүәның 90 проценты – ҡәһүә үҙе, – тине Радий Хәбиров.
Фото сығанағы: Уфа 360°.