Минең балаларым бигерәк ярата шуларҙы, ти Златоуст ҡалаһынан яҡташыбыҙ Гөлгөнә Мозафарова. Татыу ғаиләлә ике баһадир малай үҫә.
Беҙгә кәрәк: 100-150 грамм творог
200 грамм тирәһе ауыл ҡаймағы
Бер стакандай шәкәр ҡомо
Бер йомортҡа
Берәр семтем тоҙ һәм корица
Ике стакандай он.
Бер балғалаҡ (өймәләм түгел) соданы уксуста яндырып һалырға.
Барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫҡас, йәйеп төрлө фигура биреп ҡырҡабыҙ.
180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 15-20 минут бешерәбеҙ. Ауыҙҙа иреп торған, хуш еҫле печенье әҙер! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: Гөлгөнә Мозафарова.