Матур үтһен ялығыҙ
3 Января 2025, 18:00

Чиновник Башҡортостан уҡыусыһының Яңы йыл теләген үтәгән

Руслан танылған пианист Денис Мацуевтың концертында булып, артист менән аралашҡан. 

Чиновник Башҡортостан уҡыусыһының Яңы йыл теләген үтәгәнЧиновник Башҡортостан уҡыусыһының Яңы йыл теләген үтәгән
Чиновник Башҡортостан уҡыусыһының Яңы йыл теләген үтәгән

Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Денис Мантуров Салауат ҡалаһынан Руслан Ғәлиевтың Яңы йыл теләген үтәгән, тип хәбәр итә “Башинформ”. Туғыҙ йәшлек Руслан “Теләктәр шыршыһы”на яҙған хатында пианист Денис Мацуев менән осрашырға хыялланыуын белдергән.

Беренсе вице-премьер Денис Мантуров Русланға танылған пианистың концертына билет бүләк иткән. Малай Чайковский исемендәге Концерт залында булған, хатта сәхнәлә Денис Мацуев менән аралашҡан һәм Бетховендың “Соната фа мажор” әҫәрен башҡарған.

Фото: "Башинформ" агентлығы. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас