Матур үтһен ялығыҙ
3 Ғинуар 2025, 04:00

Яңы йылды Баймаҡ сигендә ҡаршы алдыҡ

31 декабрҙә иртәнсәктән дүрт күҙ менән ламинат көтә башланыҡ. Төш етте – юҡ. Сәғәт өс, дүрт тулды. Биш тулып үтеүгә килде теге машина...

Яңы йылды Баймаҡ сигендә ҡаршы алдыҡЯңы йылды Баймаҡ сигендә ҡаршы алдыҡ
Яңы йылды Баймаҡ сигендә ҡаршы алдыҡ

Яңы йылды һәр кем көтөп алып, иҫтәлекле, матур итеп ҡаршыларға тырыша, сөнки башланып торған йылға яңы уй-ниәттәр, хыял-маҡсаттар менән аяҡ баҫабыҙ, унан ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ, яҡты өмөттәр бағлайбыҙ. Йәшерәк саҡта уны дуҫтар менән билдәләүгә өҫтөнлөк бирһәк, һуңғы йылдарҙа Яңы йыл беҙҙең өсөн ҙур ғаиләбеҙ менән атай-әсәй йортонда билдәләнгән байрамға әйләнде.

Бынан дүрт йыл элек 2021 йылды ҡаршылау үтә лә мажаралы булыуы менән иҫтә ҡалды. Яңы йыл алдынан тормош иптәшемә лә, миңә лә ярайһы уҡ суммала премия бирҙеләр. Ғаилә “кәңәшмәһендә” иҙәнгә яңы ламинат түшәргә хәл итеп, ҙур төҙөлөш магазинына юлландыҡ. Яңы йыл алды булғас, сауҙа үҙәге мыжғып тора. Берәүҙәр ремонт өсөн кәрәк-яраҡ ала, икенселәр бүләк һайлай. Консультант егеттән күпме материал кәрәк булыуын иҫәпләтеп, ваҡ-төйәк әйберҙәрен ҡушып, исемлек төҙөп алғас, шуларҙы сауҙа рәттәре буйлап эҙләп, барлап, тәгәрмәсле ҙур арбаларға тултырҙыҡ. Был эшкә өс сәғәт самаһы ваҡытыбыҙ киткәндер. Һайлаған тауарыбыҙҙы өйгә илтеү бүлегенә тапшырайыҡ тиһәк, “машиналар етешмәй, һеҙҙең заказды 31 декабрҙә генә алып бара алабыҙ”, тиҙәр. Аптырауға ҡалдыҡ, сөнки ул көндә иртә менән тыуған яҡҡа – Баймаҡҡа юлға сығырға тейешбеҙ. Консультант ҡыҙҙар менән һөйләшеү ҙә, өҫтәмә аҡса түләргә риза булыу ҙа ярҙам итмәне. Күпме көс, ваҡыт сарыф итеп, алырға теләгәнебеҙҙе алмай ҡайтып китеү ҙә ҡыйын. “Иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем арауыҡта алып барасаҡтар, һеҙҙе иртәрәк ваҡытҡа билдәләргә тырышырбыҙ”, – тигәстәр, ризалашып, аҡсаһын түләп ҡайтып киттек.

31 декабрҙә иртәнсәктән дүрт күҙ менән ламинат көтә башланыҡ. Төш етте – юҡ. Сәғәт өс, дүрт тулды... Биш тулып үтеүгә килде теге машина. Балалар менән, кем нимәгә көсө етә – шуны тотоп, йүгереп йөрөп ташый башланыҡ. Ярты залды тултырған төҙөлөш материалын рәтләп һалып, киске алты тулыуға юлға сыҡтыҡ. “Шәберәк барһаҡ, биш сәғәттә – төнгө 11 тирәһенә Баймаҡҡа барып етербеҙ”, тип ниәтләнек үҙебеҙсә.

Ярты юлды үтеп, Инйәргә барып етеүгә, машинабыҙға ниҙер булды, һис тә ҡуҙғалырға теләмәй. Бәхеткә күрә, эргәлә генә техник хеҙмәтләндереү станцияһын күреп ҡалдыҡ. “Сәғәт киске һигеҙ, бер кем дә юҡтыр инде, шулай ҙа барып ҡарайым әле”, – тип иптәшем шунда юлланды, беҙ балалар менән ҡаршылағы кафеға инеп торорға булдыҡ. Тышта сасҡау һыуыҡ, етмәһә, үҙебеҙ менән бесәйебеҙҙе лә алғанбыҙ.

Мәшәҡәткә тарыһаҡ та, бәхетебеҙ бар икән, теге станция мосолман кешеһенеке булып, ул ғәҙәттәгесә тәүлек әйләнәһенә эшләүен белдергән. Машина ныҡлы ғына боҙолған ине, уны йүнәтеүгә ике сәғәттән ашыу ваҡыт китте. Төнгө Инйәр буйлап, ниндәйҙер запас часть эҙләп тә йөрөгәндәр әле ул. Рәхмәт инде үҙенә, төн тип тормай, машинабыҙҙы йүнәтеп бирҙе. Шулай итеп, был мәшәҡәтте лә йырып сығып, артабан ҡуҙғалдыҡ. Байрамды ҡаршы алыуға барып етмәүебеҙ билдәле ине, шуға күрә ҡабаланмай ғына барырға булдыҡ.

12 тула тигәндә Әбйәлил районы биләмәһен үтеп, Баймаҡ сигенә еткәйнек. Ошондағы стела янында туҡтарға булдыҡ. Радионан республика, ил башлыҡтарының ҡотлауын тыңланыҡ. Тирә-йүндә шундай һиллек, ҡайындарҙы ап-аҡ бәҫ ҡаплаған. Башҡа ваҡытта геүләп торған юлдан бер машина үтһәсе! “Яңы йыл менән!” тип төнгө тынлыҡты яңғыратып, теләктәр әйттек. Шуныһы ҡыҙыҡ: артабанғы юлыбыҙҙа, тыуған районыбыҙҙың ауылдары аша үткәндә, беҙҙе һәр урында фейерверктар ҡаршы алды. Төнгө күкте ярып, төрлө төҫтә балҡыған салют уттарына, гирляндалар менән биҙәлгән ауыл йорттарына һоҡланып юлыбыҙҙы дауам иттек. Ә туғандар менән  Мәскәү ваҡыты буйынса Яңы 2021 йылды ҡаршы алып, бер-беребеҙгә изге, матур теләктәребеҙҙе еткерҙек, бүләктәребеҙҙе тапшырҙыҡ.

Хәҙер инде тыуған яҡҡа ҡайтҡан һайын, Баймаҡ районының сигендә ҡуйылған стела янынан үткәндә, ошо мажаралы Яңы йылды иҫкә төшөрөп алабыҙ.

Автор фотоһы.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас