Бөтә яңылыҡтар
10

Абдулла килендәре – ауыл йәме

"Урындыҡҡа баҫып, ҡаҙанда ике тапҡыр аш бешерәм. Бишебеҙгә ҡырғыста биш бәрәңге ҡырам, ашҡа бер сүмес он һалам. Нисәмә йыл ошо булды беҙҙең аҙыҡ..."

Абдулла килендәре – ауыл йәме
Абдулла килендәре – ауыл йәме

Борай районының Абдулла ауылын  ысын мәғәнәһендә“аҡ әбейҙәр ауылы” тип атарға була. Баштарына аллы-гөллө сәскәле яулыҡтарын ябынған, бөтә тормоштары хеҙмәттән, аҡлыҡ һәм яҡшылыҡтан ғына торған инәйҙәрҙе генә шулай атарға мөмкиндер. Ауылда һигеҙ-туғыҙ тиҫтәһен тултырған өлкәндәрҙең һәр береһе үҙе оло тарих, тип яҙа “Алға”.

 Шуларҙың береһе  ауыл осонда йәшәгән Рәйфә Аллаярова Ҡуҙбайҙағы колхозсы ғаиләһендә дүрт ҡыҙҙың иң өлкәне булып донъяға килә. Атаһы һуғышҡа киткәндә уға ни бары ете генә йәш була. Йорт хужаһы һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтҡас, ни бары ярты йыл ғына яҡындары янында йәшәй ала, ауыр яраларҙан һауыға алмай вафат була.

– Атай һуғышҡа киткәс, туғандарымды ҡарау минең иңгә төштө. Урындыҡҡа баҫып, ҡаҙанда ике тапҡыр аш бешерә инем. Бишебеҙгә ҡырғыста биш бәрәңге ҡырам, ашҡа бер сүмес он һалам. Нисәмә йыл ошо булды беҙҙең аҙыҡ, – ти ул, үткән йылдарҙы хәтерләп. Мәктәптә ике генә класты тамамларға тура килә. Буй еткергәс, Абдулла ауылы егете Рәсим менән тормош ҡоралар.47 йыл ғүмер кисерә улар, колхозда эшләйҙәр, йорт һалып, биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

 Улдары Рәлиф Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Биш ейәненең береһе бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Рәйфә инәй балаларына һаулыҡ, илгә именлек теләп, тормошонан ҡәнәғәтлек кисереп йәшәй. Оҙаҡ йәшәү серен ябай ғына аңлатып,”Аллаһ биргән ғүмер, балалар”, ти.

Абдулланың тағы бер һоҡланғыс кешеһе  ул – Шәмғиә Хәсәнова. Ул да Ҡуҙбай ауылында тыуған. Ете класты тамамлағас, колхозда эш башлай. Абдулла ауылы егете Ғәфүрйән менән танышып, уның тыуған ауылына килен булып төшә.

– Ирем менән һабантуйға барғанда таныштыҡ. Ат арбаһына ултырып барғанда, ағайымдан рөхсәт һорап, гармунда уйнап күрһәтте. Ошо танышыу яҙмышыбыҙҙы үҙгәртте лә инде.Ике аҙнанан һуң килен булып ошо нигеҙгә килдем, гармунсы кәләше булып киттем. Бик татыу йәшәнек, дүрт балаға ғүмер бирҙек, тик Ғәфүрйәндең  ғүмере ҡыҫҡа булды, 33 кенә йәшендә аварияға эләгеп һәләк булды. Кескәй балабыҙ бары ике генә айлыҡ ине, – тип, хәтирәләргә бирелә Шәмғиә инәй. Йәшләй генә тол ҡалһа ла, ҡайғыларға бирешмәй, балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн тырыша.

Балаларының  тормошона, изгелектәренә шатланып, һигеҙ ейәне һәм туғыҙ бүләһенең ҡыуаныстарын уртаҡлашып йәшәп ятҡан көнө уның.

Инәйҙәрҙең өсөнсөһө Рәүмәнә Исламғәлиева  ла Ҡуҙбай ауылында тыуып үҫкән. Алты балалы ғаиләлә тәүгеһе булғанлыҡтан, бөтә эштәр уның елкәһенә төшә. Йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ете класты ғына тамамлай. Колхоз эшендә егелеп эшләй. Ул да Абдулла егете Ғәбделхәй менән танышып, ошо ауылға килен булып төшә. Өс бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Ауырлыҡтарҙы күп күрһә лә, әле ул улы Зәнифтең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Яҡындарына, илебеҙгә именлек, берҙәмлек теләп, бәйләм бәйләп, рухи ныҡлыҡтары менән донъяны йәмләп йәшәгән инәйҙәргә оҙайлы ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ.

 Фото: https://algaburaevo.ru/news/obshchestvo/2024-12-26/ak-yaulykly-ak-bil-r-4067745

 

Абдулла килендәре – ауыл йәме
Абдулла килендәре – ауыл йәме
Абдулла килендәре – ауыл йәме
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: