Тәтешле районындағы Иҫке Күрҙем ауылында йәшәүселәр ғәжәйеп күренешкә шаһит булған. Ауыл эргәһендәге Хәҙрәт шишмәһендә сәскәләр атҡан!
Белгестәр фаразлауынса, был вероника тигән үлән. Иртә яҙҙан ата торған үҫемлек әлеге йылы һауа торошо арҡаһында ғинуар башында уянған.
Биология фәндәре докторы Айрат Ишберҙин әйтеүенсә, был үлән ресрубликала киң таралған.
- Йылға-күлдәрҙең ярҙарында был үләнде йыш осратырға була. Бындай һауа торошо булғанда Салауат районының Ҡорғаҙаҡ сығанағында сәскә атҡанына шаһит булған бар. Сәскәләре ваҡ, зәңгәр. Әммә туңғанға улар аҡ булып күренә, - тип аңлатма биргән ғалим.
Торғаны менән мөғжизә. Һеҙ ризамы?
Фото видеонан скриншот.