Матур үтһен ялығыҙ
5 Ғинуар 2025, 17:00

Тыуған ауылыңда йорт төҙөп шәп иттең

Әгәр атай-әсәйгеҙ йәки олатай-өләсәйегеҙ йәшәгән урында йорт төҙөһәгеҙ, был тыуған ауылығыҙҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.

Тыуған ауылыңда йорт төҙөп шәп иттеңТыуған ауылыңда йорт төҙөп шәп иттең
Тыуған ауылыңда йорт төҙөп шәп иттең

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тыуған ауылында һәр саҡ булып, унда алған йылы тәьҫораттары менән уртаҡлашып тора.

– Яңы йыл ялдарын файҙаланып, Күгәрсен районындағы тыуған ауылым Ҡалмаҡҡа (Ҡәдир) барып ҡайттым. Һуңғы тапҡыр бында ноябрь башында булдым. Көнө буйы улым менән ихатаны һәм урамды ҡарҙан таҙарттыҡ. Бик күп ҡар һалған – урыны менән бейеклеге бер метрға етә. Бер нисә йыл элек туғаным менән таҙартҡан һәм кәртәләгән шишмәгә барып, шифалы һыу алдыҡ.

Кис мунсала ҡайын һәм имән миндеге менән сабындыҡ, уларҙы йәйен үҙебеҙ эшләгәйнек. Мин сабынырға яратам, быға атайым өйрәтте. Ул беҙҙе мунсала шул тиклем ныҡ сабындыра ине, эҫенән ҡысҡыра инек. Әсәйем, беҙҙең ҡысҡырыуҙарҙы ишетеп, өйҙән йүгереп сығып, беҙҙе йәлләп, атайымдан ипләп сабындырыуҙы һорай торғайны. Атайым, сабындырып бөткәс, икебеҙҙе лә ҡосаҡлап, ҡарға ташлай. Беҙ тәрән ҡарҙан саҡ сығып, мунсаға кире йүгереп инәбеҙ. Шулай итеп, атайым беҙҙе сыныҡтырҙы, беҙ ауырыманыҡ. Хәҙер беҙ улым менән сабынып, ҡарға сумабыҙ.

Шулай итеп, йыл һайын Яңы йыл ял көндәрендә һәм йәйгеһен ял ваҡытында өс-дүрт көн ауылда үткәрәбеҙ. Урман буйлап саңғыла йөрөнөм, атайым менән ҡул менән бесән сапҡан урындарҙы, бесән тейәлгән арбала ауҙарылған ерҙе иҫкә төшөрҙөм.

Минеңсә, иң яҡшы ял – ул тыуған һәм үҫкән ауылдағы физик эш, унда һин һәр урынды яҡшы беләһең.

Кис мунсанан һуң сәй эскәндә Гөлназ: “Тыуған ауылыңда йорт төҙөп шәп иттең”, – тине.

Әгәр атай-әсәйгеҙ йәки олатай-өләсәйегеҙ йәшәгән урында йорт төҙөһәгеҙ, был тыуған ауылығыҙҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Унда атай-әсәйҙәр, ата-бабалар ерләнгән, һеҙ был ерҙә тәүге аҙымдар яһағанһығыҙ һәм тормошта үҙ юлығыҙҙы башланығыҙ. Тыуған яҡтарығыҙға йышыраҡ ҡайтырға кәңәш итәм”, – тип яҙған Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Ҡалай хаҡ һүҙҙәр!

Фото: vk.com/bayguskarov_z_z.

 

 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас