Матур үтһен ялығыҙ
9 Ғинуар 2025, 03:00

Бәһлеүән Ҡыш бабайҙың буйы күпме, беләһегеҙме?

Быйыл танк менән йыл хужаһы Йылан да килгән...

Бәһлеүән Ҡыш бабайҙың буйы күпме, беләһегеҙме?Бәһлеүән Ҡыш бабайҙың буйы күпме, беләһегеҙме?
Бәһлеүән Ҡыш бабайҙың буйы күпме, беләһегеҙме?

Яңы йыл байрамын һәр кем үҙенсә үткәрә: кемдер ял итергә сығып киткән, икенселәр сана-саңғы шыуа. Ә кемдер ошо көндәрҙә балаларға шатлыҡ өләшеп, тырышып ҡар һындары эшләгән. Мәҫәлән, Салауат районының Сулпан ауылында йәшәгән Марат Йосопов бәһлеүән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу әүәләгән.

Ә бына Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында ауылдаштар араһында ҡар бабай эшләү буйынса махсус конкурс үткән. Беренсе урынға иң бейек һәм матур Ҡыш бабайҙы яһаған Булат Ғирфанов сыҡҡан. Уның эшенең бейеклеге өс метр 55 сантиметр булған!

Йылайыр районында иһә район үҙәгендә йәшәгән Сараевтар ғаиләһенә етеүсе юҡтыр. Һәр Яңы йыл алдынан улар ихаталарын төрлө һындар менән биҙәй. Быйыл бында әкиәт геройҙарына танк менән йыл хужаһы Йылан да ҡушылған.

Ә һеҙҙең ауылда ошондай уңғандар бармы? Фотоларын һалығыҙ, әҙерәк мәғлүмәт яҙып ебәрегеҙ.

Фотолар Баймаҡ, Йылайыр райондары хакимиәттәренән, "На Земле Салавата" гәзитенән алынды.

 

 

Бәһлеүән Ҡыш бабайҙың буйы күпме, беләһегеҙме?
Бәһлеүән Ҡыш бабайҙың буйы күпме, беләһегеҙме?
Бәһлеүән Ҡыш бабайҙың буйы күпме, беләһегеҙме?
Бәһлеүән Ҡыш бабайҙың буйы күпме, беләһегеҙме?
Бәһлеүән Ҡыш бабайҙың буйы күпме, беләһегеҙме?
Бәһлеүән Ҡыш бабайҙың буйы күпме, беләһегеҙме?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас