XX быуат башында төшөрөлгән был боронғо фотола сәкән һуҡҡан малайҙарҙы күрәбеҙ.
Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың “Башҡорт халыҡ балалар уйындары” (Өфө, 2006 йыл) исемле китабында Сәкән (шар) һуғыу уйыны, йәғни Башҡорт хоккейының ҡағиҙәләре, шарттары тураһында ентекләп яҙылған.
“Ауылдарҙа был уйынды, ғәҙәттә, йылға-күлдәр ныҡлап туңғас, боҙло майҙансыҡтарҙа уйнайҙар. Шар һуғыу майҙанын мәктәп йәки клуб янында ла яһарға мөмкин.
“Тура мөйөшлө боҙло майҙан яһала. Оҙонлоғо – 51-61 метар, киңлеге – 24-30 метр самаһы. Бәләкәйерәк майҙансыҡ булдырабыҙ тиһәгеҙ, ул саҡта уның оҙонлоғон – 25, киңлеген 12 метр итеп алырға мөмкин. Боҙло майҙан таҡталар менән кәртәләп алына. Уның бейеклеге бер метр. Таҡта кәртә булмаһа, боҙло ҡар өйөмө менән дә уратып алырға мөмкин. Ҡар өйөмөн, һыу һибеп, ҡатырырға кәрәк. Майҙандың ҡап уртаһынан урта һыҙыҡ үткәрелә. Һыҙыҡ уртаһында радиусы 45 сантиметр булған шайба йәки шар һағыу түңәрәкге һыҙыла. Майҙандың ҡапма-ҡаршы ике яҡ ситенән 1-2 метр эскәрәк ҡапҡалар ултыртыла. Ҡапҡа менән урта һыҙыҡ араһында зона һыҙыҡтары һыҙыла. Уйнаусыларҙың барыһы ла конькиҙа һәм һәр береһенең ҡулында сәкән (хоккей таяғы). Резина шайба йәки ағастан эшләнгән шар алына, бәләкәй резина тупты ла ҡулланырға мөмкин. Уйында ҡатнашыусылар араһынан ике уҙаман (капитан) һайлана. Уйнаусылар ишләшеп ике тигеҙ яҡҡа (командаға) бүленә. Әгәр төркөмдәрҙә уйнаусыларҙың һаны күп булһа, уйында һәр яҡтан 6-шар кеше (ҡапҡа һаҡсыһы, ике һаҡсы һәм өс һөжүм итеүсе) ҡатнаша, ҡалғандары ял итә. Уйынды судья алып бара. Уйындың аңлатмаһы. Уйын урта һыҙыҡтан башлана. Ике төркөмдән берәр уйнаусы шар һуғыу түңәрәгенә килә, судья түңәрәк өҫтөнә шайбаны йәки шарҙы ташлай. Урта һыҙыҡтағы ике уйнаусы шарҙы иптәшенә оҙатырға тырыша. Шарҙы сәкәне менән тотоп алған уйнаусы ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына конькиҙа йүгерә. Әгәр уға икенсе төркөм уйнаусылары ҡамасаулаһа, шарҙы иптәшенә оҙата. Шар ҡапҡаға сәкән менән һуғып индерелһә, бер гол һанала. Ҡайһы төркөм ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына күп шар индерә шул еңеүсе була.
Төркөмдәр араһындағы осрашыу 15-әр минутлыҡ өс өлөшкә бүленә. Уйындар араһында 10-15 минутлыҡ тәнәфес ойошторола. Тәнәфестән һуң яҡтар урындарын алмаша. Осрашыуҙың һуңғы бүлегендә ҡапҡалар 7,5 минут алмашына. Шарға эйә булған уйнаусы урта һыҙыҡтан ҡаршы яҡҡа үҙ яғының бер уйнаусыһы ла ҡаршы яҡта булмағанда ғына сыға ала. Һөжүм итеүсене фәҡәт янбаш йәки ҡулбаш (яурын) менән генә туҡтатырға мөмкин. Ҡул йәки сәкән менән туҡтатыу тыйыла. Уйын ваҡытында күрәләтә аяҡ салған уйнаусы 2 минутҡа майҙандан ҡыуыла. Был ваҡыт эсендә уның иптәштәре бер кешегә кәм килеш уйынды дауам итә. Осоп килгән шарҙы ҡул менән туҡтатырға мөмкин, тик уны ҡулдан уйнаусыға бирергә ярамай. Уйнаусыларҙы шар хәрәкәттә булмаған саҡта ла, уйын ваҡытында ла алмантырырға мөмкин. Тик ял иткән уйнаусы үҙе алмаштырасаҡ иптәше майҙандан сыҡҡас ҡына уйынға ҡушыла ала. Уйнаусыларҙы алмаштырыу уҙамандар (капитандар) һәм тренерҙар тарафынан башҡарыла”, - тип яҙа автор.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа сәкән һуғалар инеме?