Матур үтһен ялығыҙ
2 Февраль 2025, 08:00

Ныҡ тәмле тауыҡ кәтлите

Һәр беребеҙ кәтлит яратабыҙ. Ә бына ҡул аҫтында фарш булмаһа, нимә эшләргә?

Ныҡ тәмле тауыҡ кәтлитеНыҡ тәмле тауыҡ кәтлите
Ныҡ тәмле тауыҡ кәтлите

Тауыҡ итенән дә бына тигән кәтлит эшләргә була, ә уға сыр ҡушып та ебәрһәң, тел йоторлоҡ аҙыҡ килеп сығасаҡ. Әҙерләүе лә үтә еңел һәм тиҙ.

Беҙгә кәрәк:

Тауыҡтың аҡ ите, 400 гр;

Бер һуған;

Бер йомортҡа;

Ике аш ҡалағы майонез;

50 грамм сыр;

Ике аш ҡалағы он,

Йәшел укроп, көнбағыш майы, тоҙ, борос.

Тауыҡ итен, сырҙы ваҡ итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ, һуғанды ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Йомортҡа, ваҡ итеп туралған укроп, майонез, он, тоҙ һәм боросто ҡушып бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан массанан кәтлиттәр әүәләйбеҙ. Ҡыҙған табаға үҫемлек майы ҡоябыҙ һәм кәтлиттәрҙе ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ.

Гарнирға нимә оҡшай шуны бешерә алаһығыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: "Бәйләнештә". 

Ныҡ тәмле тауыҡ кәтлите
Ныҡ тәмле тауыҡ кәтлите
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас