Ҡунаҡ ҡаршы алырға булһаң да был ризыҡты тиҙ генә бешереп алырға мөмкин. Биҙәлеше лә матур, тәмле лә! Өфө ҡалаһынан Гөлназ Рахманғолова күркә итенән һәм дөгө ярмаһынан әҙерләнгән рецебы менән уртаҡлашты.
– Кистән бер нисә киҫәк күркә итен төрлө тәмләткестәр: онталмаған борос, соя соусы, зәйтүн майы, самалап тоҙ һалып яҡшылап бутаным да һыуытҡысҡа алып ҡуйҙым. Икенсе көнөнә бер сантиметр тирәһе ҡалынлыҡтағы киҫәктәргә бүлеп, аш-һыу әҙерләгәндәге махсус сүкеш менән иттәрҙе ике яҡлап төйөп алдым, һуңынан уларҙы гриль табала бешерҙем.
Дөгө ярмаһы түбәндәгесә әҙерләнә: йыуылған дөгөнө аҡ майҙа һарғылт төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырҙым. Шул ваҡытта ул таралып торасаҡ. Һуңынан өҫтөнән бер сантиметр тирәһе ҡаплағансы һыу өҫтәнем, ҡайнап сығыу менән һауыттың ҡапҡасын ныҡлап ябып ҡуйҙым. Биш минут тирәһе бешерһәң, дөгө әҙер. Консерваланған кукурузды дөгө менән ит эргәһенә биҙәп һалдым, – тип һөйләне Гөлназ.
Бешереп ҡарайыҡ! Гөлназдыҡы кеүек тәмле килеп сығырмы икән!
Автор фотоһы.