Матур үтһен ялығыҙ
21 Февраль 2025, 19:25

Ныҡлап йылытамы?

Бер иретеп, бер туңдыра, юлдарҙа боҙлауыҡ, һаҡ булығыҙ!

Ныҡлап йылытамы?Ныҡлап йылытамы?
Ныҡлап йылытамы?

Киләһе аҙнаға ниндәй һауа торошо көтә?

Синоптиктар фаразынса, 24 февралдән 2 мартҡа тиклем көндәрҙең яҙғыса йылы тороуы көтөлә.

24 февралдә болотло, кискә ҡарай ҡар яуа. Көндөҙ -5...-7 градус һалҡын, төндә -10. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан, талғын.

25 февраль тәүлек әйләнәһенә һирәк-һаяҡ ҡар яуа. Һауа температураһы -6...-12 градустарҙа тирбәлә, ти синоптиктар. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын.

26 февраль болотло, яуым-төшөм күҙалланмай. Иртә менән -12 градусҡаса төшә, көндөҙ - -7...-9 градус.

27 февраль урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы -4...-10 градус. Ел төньяҡ-көнбайыштан иҫә.

28 февралдә шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы -9...-7, артабан көн үҙәгендә -2...-6 градус булыр тип күҙаллана.

Киләһе ялдарҙа, 1 һәм 2 мартта, төндә һәм таң менән -7 градус һалҡын булһа, көндөҙ -2...-5 градус. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын.

Бер иретеп, бер туңдыра, юлдарҙа боҙлауыҡ, һаҡ булығыҙ!

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас