Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
28 Февраль 2025, 08:00

Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!

Компот бик тәмле килеп сыға, бер ҡасан да боҙолмай. Уны ҡыш әҙерләргә лә була. 

Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!
Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!

Ҡыш аҙағында йәй әҙерләнгән компоттар бөтә башлай. Әле тәҡдим иткән рецепт буйынса әҙерләү өсөн йәйге уңышты көтөп алыу кәрәкмәй, бөтә нәмә лә магазинда бар. Шулай итеп, иғтибарығыҙға алманан тәмле компот тәҡдим итәбеҙ.

Ингредиенттар:

Өс литрлы банкаға 7-8 ҙур булмаған алма;

- бер әфлисун;

- ике телем лимон;

-300 грамм шәкәр.

Әҙерләү:

Банкаларҙы матур итеп йыуабыҙ. Алманы киҫәкләп теләбеҙ, урталығын алып ташлайбыҙ. Әфлисун менән лимондыды түңәрәкләп киҫәбеҙ.

Емештәрҙе банкаға тултырабыҙ, өҫтөнә ҡайнар һыу һалабыҙ һәм 20 минут тотабыҙ. Шунан һыуҙы кире кәстрүлгә ҡойабыҙ ҙа, ҡайнатабыҙ. Банкаларға 300 грамм шәкәр өҫтәргә һәм ҡайнаған һыуҙы һалып, тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ.

Йыл һайын ошо рецепт буйынса компот әҙерләгән кешеләр уны бик тәмле килеп сыға, бер ҡасан да боҙолмай ти.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас